Ҡыҙ, йәше еткәс, бай сауҙагәргә кейәүгә сыға. Иренең ҙур магазины бар, унда төрлө кейем, туҡыма һатыла, ти. Ләкин, бай булыуына ҡарамаҫтан, был кеше шул ҡәҙәр һаран икән.
Бер мәл ул тауыҡ һатып ала ла ҡатынына шунан киске аш бешерергә ҡуша. Ризыҡланып ултырғандарында кемдер ишек шаҡый. Сауҙагәр килеп асһа, аслыҡтан ҡоро тирегә ҡалған меҫкен кеше тора, ти. Ашарға һорай юлаусы. Хужа иһә уны асыулы тауыш менән ҡысҡырып ҡыуа башлай. “Аллаһ ғәфү итһен үҙеңде. Ҙур мохтажлыҡ кисермәһәм һәм түҙгеһеҙ асыҡмаһам, һинең ишегеңде шаҡымаҫ инем”, – ти теге кеше. Бай уны тыңлап та бөтмәҫтән ишеген шарт ябып ҡуя.
– Ниңә улайттың? – тип аптырап һорай ҡатыны.
– Ә һин нимә көткәйнең? – асыулы ир йәнә ҡысҡырына башлай.
– Тауыҡ ҡанаттарын булһа ла бирер инең. Юҡ икән, йылы һүҙең дә меҫкендең йәнен иретер ине...
Күпмелер ваҡыттан сауҙагәрҙең магазины янып көлгә әйләнә. Бер нәмә лә ҡалмай. Ир өйөнә ҡайтып, был хаҡта ҡатынына хәбәр итә. Хәләл ефете иһә Аллаһ хаҡына ҡайғырмаҫҡа, өмөтһөҙлөккә бирелмәҫкә өндәй. “Сабыр бул, бирешмә. Шул саҡта Хоҙай Тәғәлә ярҙамынан айырмаҫ”, – ти. Ләкин ире был һүҙҙәргә ҡолаҡ һалмай. “Атайыңа кире ҡайт, – тип ҡырҡа тауыш менән белдерә ул. – Мин һине башҡа ҡарай алмайым. Айырылам”.
Ҡатын тыуған йортона кире әйләнеп ҡайта. Бер аҙҙан ул Аллаһтың рәхмәте менән икенсе кешегә кейәүгә сыға. Был ире шул ҡәҙәр йомарт, изге күңелле, мохтаждарға, етемдәргә ҡарата айырыуса хәстәрлекле, ти. Бер мәл киске аш ваҡытында уларҙың ишеген шаҡыйҙар. Ҡатын сығып ҡараһа, аслыҡтан йонсоған кеше тора икән. Ашарға үтенеп һорай, ти. Йорт хужаһы меҫкенгә тотош тауыҡты бирергә ҡуша.
Ризыҡты тапшырып килеп, өҫтәл янына ултырған ҡатынының йәш тулы күҙҙәрен күреп, ире борсолоп һорай:
– Ни булды, һөйөклөм?
– Әлеге кеше минең тәүге ирем ине, – тип яуаплай ҡатыны һәм уның һаранлығы, бер саҡ хатта ашарға һорап килгән меҫкенде ҡыуып ебәреүе тураһында һөйләп бирә. Ир, быларҙы тыныс ҡына тыңлап бөткәс, көрһөнөп ҡуя:
– Ул саҡта ҡыуылған кеше мин инем бит...
...Ошо хикмәттә аңлатылыуынса, әйбереңде, малыңды башҡалар менән уртаҡлашыу, етемдәр, мохтаждар хаҡында хәстәрлек күреү – мосолмандағы иң яҡшы ғәҙәт. Бындай ғәмәлдәр өсөн Аллаһ Тәғәлә сауабын мул бирер.
“Аллаһ юлында ярҙам күрһәтеү, изгелек ҡылыу, гүйә ки, орлоҡ кеүек. Ул үҫеп етеп, ете башаҡҡа әйләнер. Һәр береһендә йөҙ орлоҡ булыр...” – тиелә “Әл-Бәҡара” сүрәһендә. Әлеге ваҡытта барған хәлдәргә туранан-тура ҡағыла был: беҙҙең ярҙамға мохтаждарға һәр төрлө булышлыҡ ҡылырға тырышайыҡ. Изге ғәмәлебеҙ, иншаллаһ, үҙебеҙгә әйләнеп ҡайтып, тормошобоҙҙо йәмлерәк, бәрәкәтлерәк итер.
Дилбәр ИШМОРАТОВА