Бөтә яңылыҡтар
Иман
25 Февраль 2022, 15:46

Пәйғәмбәребеҙ үҙе тәҡдим иткән

Ит, бал, һөт, финик... Уларҙың файҙаһы ниҙә?

i0.wp.com
Фото:i0.wp.com

 “Ғилемдең ике төрө бар: динде белеү һәм тәнде өйрәнеү”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Икеһе лә һәр яҡлап әҙәм балаһының сәләмәтлеген һаҡлауға йүнәлтелгән. Тәненең үҙенсәлектәрен белгән кеше, һис шикһеҙ, һаулығына, туҡланыуға ҙур иғтибар бүләсәк.

Пәйғәмбәребеҙ, ғөмүмән, төр­лө аҙыҡ-түлектең, тәмләткес­тәр­ҙең ҡиммәте хаҡында йыш һөй­ләгән. Мәҫәлән, ашар алдынан аҙ ғына тоҙ тәмләү кәрәклеге ха­ҡын­дағы кәңәшенә туҡталып китәйек. Организмдағы метаболизм процестарын аңлау был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә инандыра. Тәмләткес ике химик элементтан – натрийҙан һәм хлорҙан – тора. Уларҙың тәүгеһенән организм ашҡаҙанда аҙыҡты һәйбәт эшкәртеү өсөн кәрәкле тоҙ кис­лотаһын булдыра. Ошо рәүешле тәмләткесте туҡланғанға тиклем аҙ ғына ҡулланыу уға мохтаж­лыҡты яйға һала. Ә тоҙға артыҡ иғтибарҙың кире эҙемтәһе хлорҙың түгел, ә натрийҙың күләме күтәрелеүгә бәйле.

Ғөмүмән, заманында Мөхәм­мәт ғәләйһис-сәләм әйткән һүҙҙәр хәҙер заман медицинаһы тарафынан да раҫлана бара. Пәйғәм­бәребеҙҙең ҡайһы бер ризыҡҡа ҡарата фекерҙәренә күҙ һалып үтәйек, уларҙы иҫтә ҡалдырайыҡ.

 

Ит

 

“Әгәр кемдер ҡырҡ көн буйы итһеҙ йәшәһә, хәлдән тайыр, шул уҡ ваҡытта бәғзе берәү ошондай уҡ ваҡытта иттән айырылмаһа, йөрәге ҡырыҫланыр”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. Тимәк, был ри­зыҡ­ты тейешле күләмдә ҡулла­ныу мөһим.

Иң яҡшы ит – ҡуйҙыҡы. Айырыуса бер йәшлек иркәк бәрәс­теке һәйбәт. Пәйғәмбәребеҙ һарыҡ­ты күпләп аҫрарға әйҙәгән. “Бер ҡуй – фатиха, ике ҡуй – ике фатиха, ә өсәү – байлыҡ”, – тигән ул. Шулай уҡ итте тәрилкәгә һа­лып түгел, ә ҡулда тотоп ҡырҡыр­ға ҡушҡан. Ул саҡта ризыҡ тәмлерәк була.

Бал

 

“Бал ҡортоноң эсенән сыҡҡан төрлө төҫтәге эсемлек бар, һинең дауаң – шунда” тигән һүҙҙәр бар “Ҡөрьән Кәрим”дә. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең хәҙистәрендә лә был ризыҡ хаҡында байтаҡ әйтелә. Мәҫәлән, “Фәрештәләр Аллаһ Тәғәләнән бал ҡулла­нылған йортто яҡлауын, бәрәкәт килтереүен һорай, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. – Әгәр ҙә ки әҙәм балаһы был ризыҡты ашай икән, ашҡаҙанына меңләгән дарыу инә һәм миллионлаған сир сығып китә. Баҡыйлыҡҡа күскәндең эсендә бал бар икән, уға ут теймәҫ, йәғни тамуҡта янмаҫ”.

Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең шундай ғәҙәте булған: ас ҡарын­лай бал һалынған һыу эскән. Был алым ашҡаҙанды нығытыу, аппетитты күтәреү, тыныслыҡ өсөн һәйбәт.

 

Һөт

 

“Һөт эсегеҙ, – тигән Пәйғәм­бәребеҙ. – Ул йөрәктәге ҡыҙыу­лыҡты баҫыр. Өҫтәүенә, арҡаға көс бирә, мейене туҡландыра, күреү һәләтен һаҡлай, хәтер­һеҙлектән арындыра”.

Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙе лә һөт яратҡан, был эсемлеккә тиң юҡлығын әйткән.

 

Яҫмыҡ

 

Был ризыҡты өҫтәмә аҙыҡ кеүек ҡулланырға кәңәш ителә. Ни өсөн тигәндә, уны күп ашау ашҡаҙан өсөн зарарлы. Мөхәм­мәт ғәләйһис-сәләмдең хәҙистә­рендә әйтелгәнсә, яҫмыҡтан әҙәм балаһының йөрәге – мәрхәмәт, күҙҙәре йәш менән тула, ризыҡ ар­тыҡ ғорурлыҡтан да арындыра.

 

Киптерелгән финик

 

“Финикһыҙ өй – аҙыҡһыҙ өй”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Уны үҙе лә үҫтергән. Баҙамлы финик төрлө насар йоғонто, тәьҫир көсөн бөтөрә. Пәйғәмбәребеҙ әйткәнсә, был емеш һыу кеүек: икеһендә лә – сафлыҡ, таҙалыҡ.

Дилбәр ИШМОРАТОВА

Читайте нас: