“Ҡөрьән Кәрим”дә гүзәл заттың хоҡуҡтары, бурыстары билдәләнгән айырым сүрә – “Ән-Ниса” – бар. Унда ғаилә ҡороу, тормош көтөү, мираҫ, башҡалар менән мөнәсәбәт ҡороу һәм башҡа мәсьәләләр аныҡ зекер ителгән.
Был – Исламда әсәнең, ҡатын-ҡыҙҙың дәрәжәһе юғарылығына ныҡлы дәлил. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең һуңғы тапҡыр хаж ҡылғанда һөйләгән хушлашыу вәғәзендә “Ҡатын-ҡыҙҙың хаҡын үтәгеҙ!” тип бер нисә тапҡыр ҡабатлауы ла – оло аманат.
Динебеҙҙә әйтелгәнсә, йәшәйеште дауам иткән, халыҡ һанын арттырған, милләткә, дингә, нәҫеленә көс-ҡеүәт өҫтәгән, ғаилә усағын һүндермәй һаҡлаған, телһөйәр, илһөйәр, әҙәпле, әхлаҡлы балалар үҫтергән, уларҙың киләсәген ҡайғыртҡан, күркәм тәрбиә ҡанундарын дауам иттергән, иренә терәк-таяныс булған һәм башҡа бихисап бурыстарҙы иңенә йөкмәгән әсәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар ҡәҙер-хөрмәткә күмелеп йәшәргә хоҡуҡлы. Нескә яурындарға көслө зат күтәрергә тейешле ауыр йөктө һалмаһағыҙ ине, мөхтәрәм ир-ат. Әсәйҙәрҙең, ҡатын-ҡыҙҙың тән һәм рухи сәләмәтлеген ҡайғыртмаһағыҙ, улар аҡыллы, зиһенле, иманлы, илһөйәр, һөнәрле, әхлаҡлы балалар үҫтерә алмаҫ. Һөҙөмтәлә үҫешебеҙгә хәүеф янар. Милләтебеҙҙең, телебеҙҙең, мәҙәниәтебеҙҙең һәм башҡа рухи ҡиммәттәребеҙҙең киләсәге тап әсәләр ҡулында бит. Уларҙың күңел балҡышы, тышҡы матурлығы менән тирә-йүнгә наҙ, нур таратып йәшәй икән, иншаллаһ, тормошобоҙ ҡотло, киләсәгебеҙ яҡты, ныҡлы булыр.
Дилбәр ИШМОРАТОВА