Бөтә яңылыҡтар
Иман
18 Март 2022, 11:43

Ҡабаланһаң...

kapitaldom.com
Фото:kapitaldom.com

Йәшәгән, ти, балта оҫтаһы. Ул ғүмер буйы өйҙәр төҙөгән. Ә хәҙер инде ҡартайған, пенсияға сығырға ҡарар иткән.

Етәксеһенең бындай оҫтаны ебәргеһе килмәгән. Шуға ошондай тәҡдим еткергән:

– Әйҙә, һин һуңғы тапҡыр йорт төҙө лә, унан үҙеңде һәй­бәт премия түләп пенсияға оҙатырбыҙ!

Балта оҫтаһы ризалашҡан. Яңы проектҡа ярашлы, уға бә­ләкәй ғаилә өсөн өй төҙөргә кә­рәк була. Оҫта, тиҙерәк пенсияға сығыу ниәтендә, ҡабаланып то­тонған. Ҡайһы бер урындарын эшләп еткермәгән, осһоҙ мате­риалдарҙы файҙаланған – уларҙы йәһәтерәк алырға мөм­кин. Бының ғүмерендәге иң сифатһыҙ йорт икәнен аңлаһа ла, ныҡ ҡабаланған.

Төҙөлөштө тамамлағас, хужаны саҡырған.

– Ә беләһеңме, был өй бит һинеке! – тип шатланып бел­дергән етәксеһе, йортто тикшереп тә тормаҫтан. – Мә асҡыс: хәҙер үк күсенә алаһың. Бар документтар әҙер. Был һиңә оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткәнең өсөн фирманан бүләк.

Был ваҡытта оҫтаның ниҙәр кисергәне үҙенә генә мәғлүм... Ул оялыуынан ҡып-ҡыҙыл булып баҫып торған. Ә эргәһендә барыһы ла шау-гөр килеп ал­ҡышлап, оҫтаны яңы йорто менән ҡотлаған. Тулҡын­ла­ныуҙан, шатлыҡтан ҡыҙарынып торалыр, тип уйлаған улар. Ә ысын сәбәбен белһәләр...

Күптәребеҙ үҙ тормошобоҙҙо ҡороу өсөн, ошо оҫта кеүек үк, артыҡ көс һалмай. Ә бит мәң­гелектә бының ни ҡәҙәр мөһим икәнен аңларға тура киләсәк: ваҡытында тырышһаҡ, килер еребеҙ күпкә матур булыр ине тип үкенербеҙ, әммә һуң булыр...

Дилбәр ИШМОРАТОВА

Читайте нас: