Бөтә яңылыҡтар
Иман
18 Март 2022, 11:41

“Ирҙе һынағың килһә, юлға сыҡ”

Динебеҙҙәге “һаҡланғанды һаҡлармын” тигән аҡыл ниңә онотола?

avto-okt.ru
Фото:avto-okt.ru

Мәғлүм ки, “Ҡөрьән Кәрим”дә тормоштағы бар осраҡтарға бәйле аңлатмалар, аҡыл-фәһем тупланған. Бөгөнгө ҙур тиҙлектә барған  заман мәсьәләләренә лә динебеҙҙә хикмәтле яуаптар бар.

Борон әҙәм балаһы бер урындан икенсеһенә күсеп йөрөү, йөк ташыу өсөн ат, дөйә һәм башҡа хайуан­дарҙы файҙаланған. “Ҡөрьән Кәрим”дә шулай тиелә: “Мин һеҙгә менеп йөрөү өсөн хайуандар яралттым”. Ләкин заман уҙа бара, ғилем алға китеү арҡа­һында был сараға ихтыяж кәме­гән, урынына техника барлыҡҡа килгән.

Мәғлүм ки, Ҡөрьәндәге “Тимер” сүрәһендә: “Беҙ тимерҙе күктән төшөрҙөк, унда шул тиклем көс, ҡеүәт һәм әҙәм балаһы өсөн ҙур файҙа бар”, – тиелә. Хәҙер тимер һәр ерҙә тиерлек ҡулланыла, унан эшләнгән техника көндән-көн камиллаша. “Үҙегеҙ менеп йөрөгән ҡу­лайламаларҙы төҙөк хәлдә то­тоғоҙ, ислах ҡылып файҙала­ны­ғыҙ”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мө­хәммәт ғәләйһис-сәләм мөбәрәк хәҙисендә. Техника төҙөк булһа, кеше юлланған еренә барып етә, хәүеф-хәтәргә тарымай. Шул уҡ ваҡытта, әлбиттә ки, водителдең яуаплы булыуы мөһим. Белеүе­беҙсә, был йәһәттән бөгөн дәүлә­тебеҙ тарафынан ҙур эш баш­ҡа­рыла: автомобилдәрҙең һәм башҡа төрлө техниканың техник торошо тикшерелә, водителдәргә талаптар арта. Бәләкәй генә ха­таның йәки иғтибарһыҙлыҡтың да ҙур һәләкәткә килтереү ихти­маллығы барыбыҙға ла мәғлүм.

Әммә бәғзе шоферҙарҙың юл ҡағиҙәләрен һаҡламауы, һөҙөмтә­лә көн дә тиерлек аяныслы хәлдәр булып тороуы заман афәтенә әй­ләнде. Йәмәғәт транспортын йөрө­төүселәргә лә, шәхси водител­дәргә лә ҡағыла был. Хәҙер һәр кемдең тиерлек техника һатып алыр­ға мөмкинлеге бар. Һөҙөмтә­лә урамдарҙа машина бихисап, шуға тығындар барлыҡҡа килә. Бындай осраҡта һәр кем үҙенең генә түгел, башҡаларҙың да именлеген уйлап, юл ҡағиҙәләренә ныҡлы иғтибар бирергә, яуаплы, түҙемле булырға тейеш. Динебеҙ тап шуға – сабырлыҡҡа, яҡында­рыңды, эргә-тирәңдәгеләрҙе хәстәр­ләргә ҡуша. Шул уҡ ваҡытта техниканы дөрөҫ һәм һаҡсыл файҙаланырға, еренә еткереп ҡарарға тейешбеҙ.

Ә юл ҡағиҙәләренә яңылары өҫтәлә, үҙгәрештәр индерелә, сөнки хәрәкәт көндән-көн ҡатмар­лаша, юл тығыҙлана. Ғилемде би­шектән алып гүргә кергәнсе өйрән тигәндәй, яңы ҡанундарҙы даими үҙләштереп барһаҡ, ғә­мәлдә теүәл үтәһәк, сәфәрҙәребеҙ хәйерле булыр, иншаллаһ. Кире осраҡта иһә фажиғәләр артҡан­дан-артасаҡ.

Юлда йәйәүлеләр, пассажир­ҙар һәм водителдәр араһында хөрмәт булырға тейеш. Эскән килеш йәмәғәт урындарында йөрөү, рулгә ултырыу сәбәпле лә әллә күпме ғүмер ҡыйылғанын әҙәм ба­лалары хәтеренән сығармаҫҡа бурыслы. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәм­мәт ғәләйһис-сәләм мөбәрәк хәҙисендә: “Мосолман башҡа­ларға теле менән дә, башҡа төрлө йәһәттән дә зарар килтерергә тейеш түгел”, – тигән икән, был аҡылды юлда ла онотмаҫҡа тейешбеҙ.

Юл – үҙе тормош. Унда кеше­нең холҡо, тәрбиә кимәле асыҡ­тан-асыҡ сағыла. Тапап үтеп, алға сығырға ашҡынғандар ҙа, уртаса тиҙлектә елгәндәр ҙә, ҡыймай ғына ситтә барғандар ҙа, һәлкәү­ҙәр ҙә, битарафтар ҙа, тәкәб­берҙәр ҙә бихисап. Ә юл өсөн барыһы ла бер – һис кем өҫтөн түгел. Фәҡәт ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү, бер-береңә ҡарата иғтибар­лы, ихтирамлы булыу зарур.

“Һаҡланғанды һаҡлармын”, тиелә динебеҙҙә. Водителдәр үҙенең генә түгел, автомо­билдәге яҡындарының, эргә-тирәһендәге халыҡтың именлеген ҡайғыртырға кәрәк­леген бер ҡасан да онот­маҫҡа тейеш. Рулгә ултырған икән, ул һәр кемдең ғүмере, яҙмы­шы өсөн яуаплы. “Ирҙе һынағың килһә, юлға сыҡ”, тип юҡҡа ғына әйтмәгән халҡыбыҙ. Үҙенә ҡарата ышанысты юғалтмаһын ине “тимер ат”лылар.

Дилбәр ИШМОРАТОВА

Читайте нас: