18 мартта Өфөлә "Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ" тип аталған ҙур митинг-концерт ойошторолдо. Сара илебеҙ Президенты курсын яҡлап, Украиналағы махсус операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға теләктәшлек күрһәтеү булараҡ үткәрелде. Шулай уҡ Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына һигеҙ йыл тулыуға ла арналды. Унда йәмәғәтселәр, рухи лидерҙар ҙа ҡатнашты.
Башҡортостандағы традицион конфессияларҙың дини лидерҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Рәсәй Ҡораллы Көстәренә һәм Донбаста йәшәүселәргә мөрәжәғәт итте.
– Барыбыҙ ҙа бергә булғанда көслөбөҙ. Беҙ Ватаныбыҙҙы яратабыҙ. Хоҙай берәү генә – Тыуған илебеҙ ҙә берәү, – тине Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин. – Ҡырымдың Рәсәйҙең айырылғыһыҙ өлөшө булыуына шатбыҙ. Һәм Украинала махсус операцияның уңышлы тамамланыуын теләйбеҙ.
– Ҡәрҙәштәребеҙ, балалар, оло йәштәге кешеләр һигеҙ йыл буйына украиндарҙың фашистик һәм милләтселек баҫымынан яфаланды. Тыныслыҡ яҡлы һәр кем мохтажлыҡ кисергән ҡәрҙәштәргә ярҙам итергә бурыслы. Шуға күрә бөгөн Президент Владимир Путинға, ҡаһарман Рәсәй армияһы алып барған ватандаштарыбыҙҙы азат итеү операцияһына теләктәшлек күрһәтеү өсөн йыйылдыҡ, – тип билдәләне Башҡортостан метрополияһы башлығы, Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон. – Беҙ яңынан ҡушылып, берҙәм Рәсәйҙең бер өлөшөнә әүерелгән севастополселәрҙе лә, ҡырымдарҙы ла сәләмләйбеҙ. Рәсәй еңелмәҫ, сөнки һеҙҙең менән берҙәмбеҙ.
– Һәр ҡайһыбыҙҙың Украинала дуҫтары, туғандары бар, – тине Башҡортостандың баш раввины Дан Кричевский. - Махсус операция тиҙерәк тамамланһын һәм беҙ бөтәбеҙ ҙә бер ҙур, татыу ғаилә кеүек артабан йәшәй алһын өсөн доға ҡылабыҙ.
– Беҙҙең позиция ныҡлы һәм тотороҡло – Ҡырымдың Рәсәй Федерацияһы составында булыуын тулыһынса хуплайбыҙ. Украиналағы махсус операцияны ла, – тине Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Айнур Бирғәлин. – Республикабыҙ – бар донъяға дуҫлыҡта, татыулыҡта, ихтирамда йәшәү өлгөһөн күрһәтеүсе төбәк ул. Был сәхнәлә лә беҙ бергә торабыҙ – христиандар, мосолмандар һәм йәһүдтәр. Шулай уҡ бөтә Рәсәй ҙә һәр ваҡыт берҙәмлекте, дуҫлыҡты һаҡларға тейеш. Һәм һәр ваҡыт, берәүҙең проблемаһы килеп тыуһа, икенселәрҙең ярҙамға килеүе мөһим. Беҙҙең көсөбөҙ – берҙәмлектә.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.