Хәйбулла районы имам-мөхтәсибе, "Йәмиғ" мәсете имам-хатибы Рәсүл хәҙрәт Мөхәмәтйәнов һәм уның абыстайы тырышлығы менән "Алтын тирмә" конкурсы ойошторолдо.
Унда Хәйбулла, Бөрйән, Йылайыр райондарынан, Сибай ҡалаһынан командалар ҡатнашты. Конкурсанттар динебеҙҙәге хәҙистәрҙең мәғәнәһен, нимә аңлатыуын белергә тейеш ине. Командаларҙың исем туйынан һуң өс турҙан торған ярыш башланды. "Кем сосораҡ?", "Кем башлыраҡ?", "Серле һандыҡ" тип аталған конкурстар бик йәнле барҙы.
Һөҙөмтәлә Гран-приҙы Хәйбулла районы командаһы яулаһа, беренселек - сибайҙарҙа, икенсе һәм өсөнсө урындар - Бөрйән менән Йылайыр райондарында. Сарала ҡатнашҡан һәр кемгә бүләктәр тапшырылды.
Күңелдәрҙе паклаған, иман менән байытҡан дини осрашыуҙан барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды. Уның изге Рамазан айы алдынан үтеүе лә ҙур әһәмиәткә эйә булды.
Фото һәм текст сығанағы: Хәйбулла районы хакимиәте сайты.