Бөтә яңылыҡтар
Иман
25 Март 2022, 17:05

Һәр ауырыуға дауа бар

“Аллаһ Тәғәлә бөтә сирҙәрҙе дарыуы менән бергә бар иткән. Фәҡәт ҡартлыҡҡа ғына дауа юҡ”

nisanurdergisi.com
Фото:nisanurdergisi.com

“Бер-береһенә ҡарата мәрхәмәт-шәфҡәттә, һөйөү һәм теләктәшлектә булған иманлы бәндәләр бер тән кеүек: бәғзеһе ауырыһа, башҡалары ла һыҙлана”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Тимәк, дөйөм именлек өсөн һәр кем яуаплылыҡ тотоп, тәү сиратта үҙенең рух, тән сәләмәтлеген ҡайғыртырға тейеш.

“Хәрәмдән һаҡлан – ғибәҙәтең тулы камиллыҡта булыр; Аллаһ биргәндәргә шөкөр ит (кеше ха­ҡына инергә тырышма) – һинән бай кеше табылмаҫ; күршеңә ге­лән изгелек күрһәт – иманың артыр; үҙең нимә хаҡында хыяллан­һаң, башҡаларға ла шуны телә – ниәттәрең тормошҡа ашыр; күп көлмә – бәғер ҡатыр”, тип өйрәтә динебеҙ. Ә күңелдең сафлығы тәндең паклығына нигеҙ булып тора. Тимәк, ауырыуҙарҙың күбеһе Раббыбыҙ тарафынан тыйылғандарҙы тыңламауҙан барлыҡҡа килә.

“Үлемеңдән алда – йәшәүең­дең, ауырып киткәнсе – сәләмәт­ле­геңдең, эшкә “сумғансы” – буш ваҡытыңдың, ҡартлыҡ килгәнгә ҡә­ҙәр – йәшлегеңдең, фәҡирлеккә төшөү ихтималлығына тиклем барлыҡтың ҡәҙерен белергә кә­рәк”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мө­хәммәт ғәләйһис-сәләм. Аҙ ғына ғү­мерҙән дә күп нәмә алып, килә­сәк быуындар ҙа файҙаланырлыҡ хәйерле эштәр башҡарырға өлгө­рөп ҡалыу зарур. “Раббың­дан, ти­гән Пәйғәмбәребеҙ, – күңел һәм тән сәләмәтлеген һорап ҡына тор”.

Рухты паклаған иң ҙур сығанаҡ – Ҡөрьән. “Аяттарҙы ҡабатлап ҡы­на тор, – тиелә изге китапта. – Намаҙ уҡы. Кешене ул донъя ке­ренән, аҙғынлыҡтан тыя. Ал­лаһ­ты зекер итеп тороуҙың фай­ҙа­һы бик ҙур. Ул һеҙҙең нимә эш­ләп йөрөгәнегеҙҙе күреп тора” (“Үрмәксе” сүрәһенән). Күңелдең пак, малдың, кейемдең, ризыҡтың хәләл, эштәрҙең игелекле булыуын һөйә динебеҙ. Сәфәрҙә йө­рө­гәндә лә пакланып торорға бойора.

Пәйғәмбәребеҙ йәшәгән заманда, берәү яраланып, тамыр­ҙа­рын­да ҡан ойоша. Мөхәммәт ғә­ләй­һис-сәләм ике кешене са­ҡы­рып ала ла: “Арағыҙҙан ҡайһығыҙҙың табип ғилеме бар?” – тип һорай. “Ә дарыу ҡулланырға мөм­кинме һуң?” – тип аптырап ки­тә ғәрәптәр. Пәйғәмбәребеҙ иһә: “Ауырыуҙар яралтылған икән, уларҙы дауалау юлдары ла бар”, – тип яуаплай. Был хәҙистән күренеүенсә, тормош мәсьә­лә­ләре буйынса төрлө даирәләге белгестәргә, үҙ эшенең оҫта­ла­ры­на мөрәжәғәт итеү диндә тыйылмай. Иманлы кеше дарыу­ҙар­ҙан да, Ҡөрьән аяттарынан да ҡеүәт таба.

Сәләмәтлектең туҡланыуға туранан-тура бәйлелеге мәғлүм. Пәйғәмбәребеҙ, мәҫәлән, яңы өлгөргән хөрмә менән ҡыярҙы ҡушып ашарға яратҡан. Билдәле ки, һәр емештең файҙаһы, шулай уҡ зарарлы яҡтары ла бар. Тиҙ боҙолоусан хөрмәнең һыуһауға, тештәрҙе, ҡанды боҙоп, баш өйәнәгенә сәбәп булыуын иҫәпкә алып, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм был етешһеҙлектәрҙе ҡыяр ярҙа­мында юҡҡа сығарған. Был йә­шелсә төрөнөң орлоҡтарын онтап, йөҙөм емеше менән ҡатыш­тырып, бинт рәүешендә ҡуллан­ған, уны ҡоторған эт тешләгән урынға ябыу айырыуса файҙалы, тип өйрәткән.

“Һәр ауырыуҙың үҙенә генә хас дарыуы була. Уны сырхауына ҡарап ҡуллана белһәң, Аллаһ рәхмәте менән шифаһын да та­бырһың, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. – Раббыбыҙ һәр ауырыуға дауа булырлыҡ дарыуҙарын биргән”. Ризыҡ менән дә шулай. “Ашарға теләгегеҙ бик ҡаты булған саҡта ла ҡарынығыҙҙың өстән бер өлөшөн – аш, ҡалғандарын һыу, һауа йөрөү өсөн бүлегеҙ”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Был табиптарҙың фекере менән ауаз­даш. Пәйғәмбәребеҙ шулай уҡ ауы­рыуҙарҙы ашарға, эсергә мәж­бүр итергә ярамағанлығын әйткән. Кеше туҡланырға теләмәй икән, тимәк, сиренә ҡаршы көрәш алып бара, был ваҡытта Аллаһ уны үҙе ризыҡландырып тора, тигән.

Пәйғәмбәребеҙ еткереүенсә, дүрт нәмә әҙәм балаһының күреү һәләтен арттыра: Ҡәғбәгә ҡарап ултырыу, йоҡлар алдынан күҙ­ҙәргә һөрмә тартыу, йәшел төҫ һәм ултырған ереңдең таҙа булыуы. Дини остазыбыҙ шулай уҡ туҡланыу, һөртөнөү өсөн зәйтүн майына өҫтөнлөк биргән – ул ағастарҙың иң яҡшыһынан алына. Тәндең сәләмәтлегендә эсемлек­тәрҙең ҙур өлөшөн билдәләгән. Үҙе, ғәҙәттә, һалҡын һыуға бал ҡушып эскән. Бындай эсемлек ашҡаҙандың төрлө зарарға ҡаршы тороу ҡеүәтен арттыра, эсәктәрҙең, бөйөрҙөң, бауырҙың эшмәкәрлеген яҡшырта. Йәнгә лә, тәнгә лә көс бирә. Тимәк, төрлө һуттарҙан да файҙалыраҡ.

“Дөйә кеүек, һыуҙы бер тында эсеп ҡуймағыҙ, – тип өйрәткән Пәйғәмбәребеҙ. – Алдан “бисмил­ләһ” тип әйтегеҙ, йотомдарға бү­леп эсеп бөткәс, Аллаһтың бир­гәненә шөкөр итегеҙ”. Ул шулай уҡ һыу тултырылған һауыттарҙы ябыулы тоторға бойорған. “Йыл­дың шундай бер көнө була: күктән төрлө ауырыу яуа башлай. Уларҙың ябыуһыҙ һауыттарға ла төшөүе ихтимал”, – тигән.

Йоҡоһоҙлоҡ та – сир. Бер мәл Хәлид атлы сәхәбә Пәйғәм­бә­ре­беҙгә ошо мәсьәлә буйынса зар­ланған. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм иһә шулай өйрәткән: “Йоҡ­ларға ятыр алдынан “Эй, Аллаһ! Ете күк һәм күктәр аҫтында бул­ғандар, ете ер һәм ерҙәр өҫтөндә йөрө­гәндәр Раббыһы, ендәр һәм бәндәләрҙе аҙаштырырға ғына торғандар Раббыһы! Үҙең яралтып бар иткәндәрҙең береһе лә миңә зарар килтерә һәм ғәҙел­һеҙ­леккә юл ҡуя алмаҫлыҡ итеп һаҡлап йөрөт. Һинең яҡлауыңда булған­дарҙы көс-ҡеүәт ташламаҫ, улар – ризалығыңа лайыҡ кеше­ләр, үҙеңдән башҡа Илаһ юҡ!” тип доға ҡыл”.

Хәүеф-хәтәргә юлығыуҙан ҡурҡ­ҡан саҡтарҙа иһә “Үҙеңдең асыуыңдан һәм язаңдан, ҡол­дарыңдан килеп торған золомдан, шайтандарҙың аҫтыртын бышылдашып йөрөүенән Һинән яҡлау эҙләйем. Эй, Раббым! Уларҙың эргәмдә йөрөүенән ҡурсалап тор!” тип доға ҡылырға өйрәткән. Сәхә­бәләрҙән Ғабдулла ибн Ғүмәр быларҙы үҙенең барлыҡ балала­рына өйрәткән, хәтерҙә ҡалды­рырға мөмкинлеге булмағандарға яҙып ҡуйырға бойорған.

Ғөмүмән, әҙәм балаһы һәр яҡ­лап сәләмәтлеккә ынтылып йә­шәргә тейеш. “Эй, Аллаһ ҡол­дары! – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. – Ауырыуҙарығыҙҙы дауа­лағыҙ, Аллаһ Тәғәлә һәр сирҙе дарыуы менән бергә бар иткән. Фәҡәт ҡартлыҡҡа ғына дауа юҡ”.

Дилбәр ИШМОРАТОВА

Читайте нас: