Бөтә яңылыҡтар
Иман
1 Апрель 2022, 11:56

Аҡһаҡалдар берҙәмлеккә саҡыра

spas-rt.ru
Фото:spas-rt.ru

Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты ҡарамағындағы Аҡһаҡалдар берләшмәһе Рәсәйҙә барған хәл-ваҡиғаларға ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.

“Донбасста барған махсус операция илдең берҙәмлеген тәьмин итеүгә, именлеген һаҡлауға йүнәлтелгән. Аҡһаҡалдар берләшмәһе Рәсәй Президенты Владимир Путин иғлан иткән хәрби операцияны бер тауыштан, тулыһынса хуплай, уның халыҡты берләштереүгә булышлығын таный. Ата-бабаларыбыҙ Европаны фашист ҡоллоғонан азат итеп, ҡан ҡойоп, тиҫтәләрсә миллион ҡорбан биреп яулаған бөйөк еңеү традицияларын һаҡлау — изге бурысыбыҙ. Неонацизм, реваншизм, фашизмдан мәңгелеккә ҡотолоу хәҙерге быуындың мөҡәддәс маҡсаты булып ҡала.

Республика Башлығы Радий Хәбиров илдә беренсе булып ярҙам ылауы менән Донбассҡа барып етте, башҡаларға өлгө күрһәтеп, үҙ-ара хеҙмәттәшлек хаҡында килешеү төҙөнө. Ауыр саҡта бергә булыу, ярҙам итеү ике төбәктең дә иҡтисадын нығытыу өсөн бик кәрәк.

Шул уҡ ваҡытта Баш­ҡорт­остан мосолмандары Диниә назараты ҡарамағындағы Аҡһаҡалдар берләшмәһе ҡайһы бер алыпһатарҙарҙың аҙыҡ-түлекте, төҙөлөш материалдарын, дарыуҙарҙы, бүтән кәрәк-яраҡты алдан һатып алып, ваҡыты еткәс, хаҡын өсәр-дүртәр тапҡыр арттырыу юлы менән кеҫә ҡа­лынайтыуына ҡарата халыҡта асыу, ризаһыҙлыҡ тыуҙы­рыуын билдәләй. Дәүләт органдары, контроль ойошмалары бындай хәлдәргә сик ҡуйырға, ғәҙеллекте яҡларға тейеш, тип иҫәпләйбеҙ”.

Был мөрәжәғәт 23 мартта Аҡһаҡалдар Советы ултырышында бер тауыштан ҡабул ителгән.

Дилбәр ИШМОРАТОВА әҙерләне.

Читайте нас: