Бөтә яңылыҡтар
Иман
5 Апрель 2022, 15:30

Изге Рамаҙан айында мәсеттәр буйлап экскурсия

Изге Рамаҙан айында өфөләр һәм баш ҡалабыҙ ҡунаҡтары һәр шишәмбе, кесе йома һәм шәмбе көндәре Өфө мәсеттәре буйлап сәйәхәт ҡыла ала

Изге Рамаҙан айында мәсеттәр буйлап экскурсия
Изге Рамаҙан айында мәсеттәр буйлап экскурсия

Изге Рамаҙан айында өфөләр һәм республикабыҙ ҡунаҡтары һәр шишәмбе, кесе йома һәм шәмбе көндәре Өфө мәсеттәре буйлап сәйәхәт ҡыла ала. Фәһемле экскурсия барышында Рәсәй ислам университеты мөғәллимдәре баш ҡалабыҙҙа ислам дине үҫеше хаҡында һөйләй, дингә ҡағылышлы ҡыҙыҡлы факттар менән уртаҡлаша.

“Беҙ ойошторған был сара Рамаҙан айында Башҡортостан мосолмандарының күңелен тағы ла байытып ебәрер, тип ышанабыҙ,” – ти “БР Туризмды үҫтереү үҙәге” коммерцияла булмаған автоном ойошмаһы директоры Руслан Юнысов.

Киске сәйәхәттән һуң ҡунаҡтар "Эврен" кафеһына ифтарға саҡырыла. Теләге булғандар берәй мәсеттә тәрәүих намаҙында ҡатнаша ала.  Экскурсияға барыусыларҙы 19:00 сәғәттә "Terra Bashkiria" автобусы  "Каруанһарай" сауҙа-эш комплексы майҙаны алдында көтә. Йылы, уңайлы автобустың беренсе ҡатында коляскалағы инвалидтар өсөн дә урын бар. Сәфәргә: 8 996 582 86 27 (Светлана) телефоны аша йә www.bus102.com сайтында яҙылырға була.

Фото: http://krasotyrossii.ru/

Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас: