Бөтә яңылыҡтар
Иман
5 Апрель 2022, 09:40

Кәңәшләшеп, бергәләшеп эшләүгә ни етә!

vk.com.
Фото:vk.com.

Күптән түгел Учалы районының Юлдаш ауылы мәсетендә урындағы “Ағинәйҙәр” йәмғиәте Учалы башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә дин әһелдәре ҡатнашлығында тәрбиә, дин, әхлаҡ мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәл ойошторҙо.

Юлдаш ауылында бындай сараның үтеүе юҡҡа түгел. Бында заманында данлыҡлы дин әһеле, шәйех Зәйнулла ишан Рәсүлев оҙаҡ йылдар эшләп киткән. Ошо ауылда районда танылыу тапҡан Зәйнулла ишандың уҡыусыһы Мөхәммәт Хәйруллин (халыҡ уны Мәғзүм мулла тип йөрөткән) да йәшәгән. Әле лә ошо бөйөк дин әһелдәренең эше мәсеттә дауам итә.

Хәҙерге көндә ауылдарҙа төрлө йәмәғәт ойошмалары байтаҡ. Уларҙың роле ауыл тормошонда әйтеп бөткөһөҙ ҙур. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа ғына барлыҡҡа килеүгә ҡарамаҫтан, ағинәйҙәр ойошмалары тәрән ихтирам яуланы. Улар эшмәкәрлегенең әһәмиәте йәмғиәт тормошонда бик мөһим. Республикала иң әүҙем ағинәйҙәр Учалы районында йыйылған, тиһәк тә яңылыш булмаҫ. Урындағы башҡорттар ҡоролтайы күп сараларҙы улар менән берләшеп үткәрә.

– Беҙҙең маҡсаттар тап килә. Ул да булһа башҡорт телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыу, мәҙәниәтен үҫтереү, – тиҙәр бер тауыштан Учалы башҡорттары ҡоролтайының рәйесе Мозафар Ҡадиров менән райондың “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе Мәрзиә Солтанбаева.

Был сара иһә ошо изге эшкә дин әһелдәрен дә киңерәк йәлеп итеү маҡсатында ойошторолдо.

Ысынлап та, йәмәғәт ойошмалары, ғәҙәттә, һәр береһе үҙ “ҡаҙанында” ҡайнай. Шул иҫәптән дин әһелдәре лә күп осраҡта үҙ йүнәлештәрендә генә эшләй. Мәҫәлән, йәштәрҙе тәрбиәләүҙә әүҙемлек күрһәтеп бармаған, ауыл тормошонан да ситтә ҡалған имамдар юҡ түгел. Ә шул уҡ ваҡытта бергәләп эшләнгән эш күпкә һөҙөмтәле булыр ине бит. Ошо хаҡта Учалы районы депутаттар Советы сәркәтибе Зариф Ғарипов та әйтеп үтте. Ул хәҙерге ваҡытта халыҡҡа рухи тәрбиә кәрәклеге хаҡында еткерҙе. Ысынлап та, айырыуса әлеге мәлдә, донъя тырым-тырағай килеп ятҡанда, интернет селтәренән илебеҙгә ҡарата шундай яла яғыу барғанда, барлыҡ фейктарға, хөсөт-ҡотортоуҙарға рухи яҡтан ныҡ кешеләр, илебеҙҙең ысын патриоттары ғына ҡаршы тора ала. Ә кем йәштәргә барыһын да яҡшылап аңлатырға тейеш? Шул уҡ дин әһелдәре менән ҡоролтай, ағинәйҙәрҙең ҡулға-ҡул тотоношоп эшләүе дөрөҫ булыр ине түгелме һуң?

Ошо тәңгәлдә Юлдаш ауылынан Әлфиә Абдуллина етәкләгән ағинәйҙәр ойошмаһы эшмәкәрлеген миҫалға килтерергә мөмкин. Урындағы дин әһелдәре менән улар  бергәләшеп эшләй. Мәсеткә ремонт кәрәк булғас, ағинәйҙәр йәрминкә ойоштороп, күпмелер аҡса эшләп, мәсеткә тапшыра. Бергә дини генә түгел, ә башҡа тәрбиәүи саралар ҙа үткәрәләр.

Дөйөм алғанда, ошо сараны бергәләп килешеп эшләүгә беренсе аҙым, тип әйтергә була ла. Түңәрәк өҫтәл барышында бик күп халыҡты борсоған һорауҙар күтәрелде. Улар әхлаҡ, тәрбиә, дин һәм милләт, дин һәм көнкүреш, шулай уҡ башҡа мәсьәләләргә лә ҡағылды.

Мәҫәлән, дини йола менән милли йола айырыламы? Бер уйлаһаң, ябай ғына һорау. Шул уҡ ваҡытта уйланырға мәжбүр итә һәм күптәрҙе борсой. Сараның ҡунағы, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы, “Йома” тапшырыуын алып барыусы Морат хәҙрәт Лоҡмановтың яуабы иғтибарға лайыҡ:

– Һәр бер халыҡтың үҙ тәбиғәте, көнитмеше бар. Мәҫәлән, тажиктар үҙҙәренсә табын йыя, үзбәктәр ниндәйҙер йоланы беҙҙән айырмалыраҡ итеп башҡасараҡ, чечендарҙа әҙәп ҡанундары беҙҙекенә ҡарағанда башҡасараҡ. Ғәрәптәрҙә, мәҫәлән, мәсеттә ғибәҙәт ҡылып ултырған бабайҙарҙы осратмаҫһың йәки табында саҙаҡа таратыу ҙа юҡ. Тик был, улар дөрөҫ эшләмәй йә иһә беҙҙеке яңылыш, тигәнде аңлатмай. Һәр халыҡ үҙенең йәшәү шарттарына, борондан килгән тарихына, йолаларына таянып эш итә. Беҙ аяттарҙан һуң хәйер таратып өйрәнгәнбеҙ икән  – таратайыҡ. Ерләү, йыназа, башҡа йола үтәүҙәрҙә лә һәр халыҡтың үҙ үҙенсәлектәре булыуы мөмкин, – тине ул.

Ысынлап та, ауылдарҙы алғанда ла, уларҙа төрлө йолалар айырмалығын күҙәтергә мөмкин. Әммә был бит ҡайҙалыр дөрөҫ, ә икенсе ерҙә яҙыҡ эшләүҙе аңлатмай. Сара барышында бик дөрөҫ фекергә киленде – дини йола тәңгәлендәге тартҡылашыуҙар аңһыҙлыҡтан килә.

Күп һорауҙар бәхәстәр ҙә тыуҙырҙы. Мәҫәлән, Ислам дине йырларға, бейергә рөхсәт итәме? Ҡараштар төрлө булһа ла, дөйөм алғанда, бында бер яҙыҡлыҡ та юҡ, тигән фекергә килделәр.

Фотоға төшөү, уларҙы шул уҡ интернет селтәренә һалыуға дин нисек ҡарай тигән кеүек һорауҙар ҙа яңғыраны. Әлбиттә, дин күҙлегенән был күп осраҡта рөхсәт тә ителмәй, әммә заман башҡа – заң башҡа, тигән һымаҡ, был мәсьәлә улай уҡ принципиаль түгелдер. Һүҙ бит ярым-яланғас килеш бейеүҙәр, Аллаһы Тәғәлә ҡушмаған эстәлекле йырҙар, шундай уҡ фотоһүрәттәр ҡуйыу тураһында бармай. Беҙҙең халыҡ үҙенең тәрбиәлелеге, тәүфиҡлы булыуы менән айырылып тора.

Йәки икенсе һорау. Яңы йылды үткәрергә рөхсәт ителәме? Эйе, бер уйлаһаң, был беҙҙең дини байрам түгел, әммә байрам шул уҡ балаларға шатлыҡ килтерә икән, ниңә унан ҡәтғи рәүештә баш тартырға? Ғөмүмән, күп осраҡта дин әһелдәре тарафынан ҡәтғи тыйыуҙар, радикаль сикләүҙәр динебеҙҙең артабан халыҡ араһында киңәйеүенә килтермәй.

Был сара бик йылы ҡабул ителде һәм артабан да шундай  һөйләшеүҙәр кәрәк икәнен күрһәтте.

 

Әнисә ЯНБАЕВА.

Учалы районы.

Читайте нас: