Бөтә яңылыҡтар
Иман
8 Апрель 2022, 11:56

Балаларға иғтибар юҡ икән – эшең дауамһыҙ

Хыялындағы мәсетен төҙөрлөк иманлы, ғилемле булып үҫһендәр.

Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты сайтынан. Нуриман районындағы “Рамаҙан тирмәһе” сараһында.
Нуриман районындағы “Рамаҙан тирмәһе” сараһында.Фото:Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты сайтынан.

Рамаҙан айын республикабыҙ райондарында йыл да халыҡ ихлас ҡаршы ала, ураҙа тоторға ниәт иткәндәр сафы артҡандан-арта. Был ваҡытта берҙәм саралар уҙғарыу ҙа йолаға инә бара.

Мәҫәлән, Нуриманда изге айҙы күмәкләп ҡаршы алдылар: Ҡыҙыл Яр ауылындағы мәҙә­ниәт йортонда ойошто­ролған “Рамаҙан тирмәһе”нә тотош район мосолмандары йыйылды. Урындағы мөхтә­сибәт бындай сараны инде икенсе йыл уҙғара.

“Рамаҙан тирмәһе” Ҡөрьән уҡыуҙан башланды. Унан район хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов сығыш яһап, йыйылған халыҡты изге ай башланыуы уңайынан ҡотла­ны, фарыз ғәмәлдәрҙе үтәүҙә тәҡүәлек, сабырлыҡ теләне. Артабан һүҙ алған имам-мөхтәсиб Мөхәммәдислам Сәлихов “Рамаҙан тирмә­һе”нең Нуриман халҡы өсөн күркәм йолаға әйләнеп барыуын билдәләне, сараны ойоштороуға көс һалған, унда ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт белдерҙе.

Осрашыуға Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Айнур хәҙрәт Бирғәлин дә саҡы­рыл­ғайны. Ул бөгөнгө йәмғиәттә мосолмандарҙың өлөшө ту­ра­һында вәғәз һөйләне. “Ра­маҙан – Аллаһ Тәғәлә тарафынан билдәләнгән иң яҡшы ай, – тине ул сығышында. – Мосолмандар ҙа йәмғиәттең иң яҡшы ағзалары, илдең лайыҡлы граждандары бу­лырға тейеш”.

 Айырым бүлмәлә балалар өсөн Ислам нигеҙҙәре тура­һында викторина үткәрелде. Унда ҡатнашҡан һәр кемгә – китап, еңеүселәргә иһә ҡим­мәтле приздар, миҙалдар, сер­тификаттар бүләк ителде. Уларҙы мөфтөй Айнур Бирғә­лин тапшырып, артабан да тырышып белем алырға, яу­лан­ған уңыштар менән ҡәнә­ғәт­ләнеп, туҡталып ҡалмаҫҡа саҡырҙы.

“Рамаҙан тирмәһе” урын­дағы ашнаҡсылар әҙерләгән тәмле былаулы ифтар менән тамамланды. Ойоштороусылар әйтеүенсә, бындай саралар дауам итәсәк.

* * *

Балалар тигәндән, уларҙы иман юлына яҡынайтыу ниәтендә башҡа райондарҙа ла күркәм саралар уҙғарылып тора. Мәҫәлән, күптән түгел Көйөргәҙенең Яҡшембәт ауылы иман йортонда “Минең хыялымдағы мәсет” тип аталған һүрәттәр конкурсында ҡатнашҡандарға дипломдар, бүләктәр тапшырылды.

Ойоштороусылар әйтеүен­сә, унда Көйөргәҙе районынан, Күмертау, Өфө ҡалала­рынан 3 – 16 йәшлек 68 бала һынау тотҡан. Улар үҙ хыялында йөрөткән мәсеттең һү­рә­тен төшөргән. Конкурста ҡат­нашҡандарҙы бүләкләү тантанаһында мәсеттең имам-хатибы урындағы эш­мә­кәрлек тураһында һөйләне, өлкәндәр менән бер рәттән ба­лаларҙың да дин нигеҙҙә­рен ихлас өйрәнеүен билдәләне.

Еңеүселәр өсөн бағыусы­лар ярҙамында приздар, бү­ләктәр әҙерләнгәйне. Уларҙы Көйөргәҙе районы һәм Күмер­тау ҡалаһы имам-мөхтәсибе Айнур хәҙрәт Ҡәҙимов тапшырып, бала­ларға хыялын­дағы мәсетен киләсәктә ысын­бар­лыҡҡа ашыра алыуҙарын – ғибәҙәтхана төҙөрлөк иманлы, бай, ғилемле, йомарт, мәрхәмәтле булып үҫеүҙәрен теләне. Артабан ул ошо малай-ҡыҙҙарҙың дин нигеҙҙәре буйынса белемен тикшереп ҡарау ниәтендә викторина үткәрҙе. Вәғәзендә иһә ир-ат өсөн мәсеткә йөрөүҙең мөһимлеге, балаларҙың рухи-әхлаҡи үҫешенә булышлыҡ итеүе тураһында һөйләне.

* * *

Мосолман ҡәрҙәштәребеҙ балаларҙы спортҡа йәлеп итеүгә лә ҙур иғтибар бүлә. Мәҫәлән, Дәүләкән ҡалаһын­да былтыр эш башлаған мәҙәни-спорт комплексында Рамаҙан айына бүләк рәүе­шендә йәш быуын өсөн айырым спорт залы асылды. Бинала шулай уҡ намаҙ уҡыу бүлмәһе, дин дәрестәре би­реү кабинеты, мохтаждарға ярҙам йыйыу өсөн келәт бар. Балаларға ла һабаҡ бирелә. Хәҙер иһә уларға спорт менән дә шөғөлләнеү мөмкинлеге асылды.

“Республиканың Грэпплинг федерацияһы махсус келәм­дәр алырға аҡса бүлде, улар­ға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ, – тине Дәүләкәнгә сәфәре барышында Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Айнур Бир­ғә­лин. – Шулай уҡ Дәүләкән районы имам-мөх­тә­сибе Рөс­тәм Исламовҡа рәхмәт: ул, тәжрибәле тренер булараҡ, балалар менән быға тиклем дә үҙе даими шөғөл­ләнде, ғөмүмән, уларҙы белемле, физик яҡтан да көслө итеп үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә”.

Рөстәм хәҙрәт Исламов әйтеүенсә, спорт залының ишек­тәре һәр дин һәм кон­фессияларҙың йәш вәкил­дәре өсөн асыҡ. “Беҙ уны балалар араһында дуҫлыҡ булдырыу, йәмғиәт именлеген тотороҡло һаҡлау маҡса­тында ла астыҡ. Йәш быуын бәләкәйҙән берҙәмлеккә өйрәнеп, төрлө милләттәрҙең рухи ҡиммәттәренә ихтирам менән ҡарау кәрәклеген белеп, белемле, көслө, әҙәпле булырға ынтылып үҫер тигән ышаныстабыҙ. Мәғлүм ки, спорт – ҙур тәрбиә сараһы. Илебеҙҙең именлек нигеҙе ныҡлы булһын өсөн тәү сиратта балаларыбыҙың сәлә­мәт тормош алып барыуы мөһим”, – тине имам-мөхтә­сиб Рөстәм Исламов.

Дилбәр ИШМОРАТОВА

Автор:Розалия Абдрафикова
Читайте нас: