Рамаҙан айында паркта ике ураҙалы йәш егет ҡыуаҡтар янындағы эскәмйәлә йәшереп кенә ашап ултырыусы ҡартты күреп, мыҫҡыллы көлөп, эре ҡиәфәт менән һүҙ ҡушалар:
-Бабай, һеҙ оло кеше, ниңә ураҙала түгел?
- Мин ураҙаламын!
- Хм... Нисек тотаһығыҙ инде?
- Кешеләрҙән көлмәйем, уңыш-байлыҡтарынан көнләшмәйем, ғәйбәт һөйләмәйем, үҙемде башҡаларҙан өҫтөн ҡуймайым, оятһыҙ һүҙҙәр әйтмәйем, кешеләргә яҡты уй-теләктәмен, Аллаһҡа зекер әйтеүҙән туҡтамайым! Тик, үкенескә ҡаршы, ашҡаҙаным ауырыу булыу сәбәпле, оҙаҡ ашамай тора алмайым.
"Ә һеҙ үҙегеҙ ураҙаламы һуң?" - тип һорап ҡуя ҡарт.
"Юҡ, беҙ бары ашамай ғына торабыҙ икән", - тип оялып яуап бирә йәштәр.
Ураҙаларыбыҙ ҡабул булырлыҡ итеп үткәрәйек! Ә ниндәйҙер сәбәптәр менән тота алмайбыҙ икән, ошо ҡарттан өлгө алып, изге, файҙалы ғәмәлдәр генә ҡылырға тырышайыҡ!
Фото һәм сығанаҡ: "Зөһрә йондоҙ" төркөмөнән.