Бөтә яңылыҡтар
Иман
8 Апрель 2022, 11:58

Ураҙаға бәйле һабаҡтар

Төрлө миҙгелдәге ауырлыҡтарға һылтанып, бәғзеләр ураҙа тотмаҫҡа тырыша. Ә боронғолар, Рамаҙан ниндәй генә ваҡытҡа – бесән, ураҡ мәленәме, селләгәме – тура килмәһен, тейешле ғәмәлде мотлаҡ үтәгән.

Әҙәм балаһын юҡтан бар иткән Аллаһ Тәғәлә беҙҙең хәлде яҡшыраҡ белә бит: ураҙаны Рамаҙанда фарыз иткән икән, бурысты бер нигә ҡарамай атҡарыу зарур. Бында әҙәм балаһы аңлап етмәгән хикмәттәр ҙә барҙыр. Әйтәйек, кеше төрлө ауырлыҡтарға, һынауҙарға әҙер булырға тейеш. Мәҫәлән, асығырға тура килер. Ураҙа тотоп өйрәнгән кеше был һынауға бирешмәҫ, ауырлыҡты бүтәндәргә ҡарағанда еңелерәк үткәреп ебәрер. Бына шундай ҙур тәрбиә мәктәбе ул Рамаҙан.

Ураҙаны нисә йәштән тота башларға мөмкин? Бәлиғ булғас. Ныҡ өлкән йәштәгеләргә, әгәр һаулығы мөмкинлек бирмәй икән, ураҙа тотмаҫҡа рөхсәт ителә. Уның урынына фидиә саҙаҡаһы бирә алалар. Был аҡсаны мәсеткә һалырға, етем, ауырыу йәки матди хәле насар ғаиләлә тәрбиәләнгән бала өсөн тапшырырға мөмкин. Ризыҡлата биреү ҙә рөхсәт ителә. Шуны белеү фарыз: был ураҙаны һатып алыу тигәнде аңлатмай. Ғибәҙәтте һәр кем үҙе үтәргә тейеш. Әммә әҙәм балаһы бик теләгән хәлдә лә ураҙа тоторға сәләмәтлеге мөмкинлек бирмәй икән, бының урынына Аллаһ Тәғәләнең ризалығы менән фидиә саҙаҡаһы тапшыра ала.

Хәҙер, мәғлүм ки, ашҡаҙан-эсәк юлы, шәкәр диабеты һәм башҡа сирҙәр киң таралды. Кем дә кем, үҙ хәлен белә тороп та, табиптың ҡаршы төшөүенә ҡолаҡ һалмайынса асығып йөрөй, һөҙөмтәлә ауырыуы көсәйә йә организмына башҡа төрлө зарар килә икән, уның ураҙаһының сауабы булмай. Быны диндарлыҡ түгел, ә Хоҙай күрһәткән юлдан ситкә тайпылыу тип аңларға кәрәк.

Рамаҙан айын лайыҡлы үтергә яҙһын, тотҡан ураҙаларыбыҙ, доғаларыбыҙ ҡабул булһын!

Дилбәр ИШМОРАТОВА

Читайте нас: