Бөтә яңылыҡтар
Иман
8 Апрель 2022, 12:00

Йыландың – үҙ фиғеле

gioaarocho.wordpress.com
Фото:gioaarocho.wordpress.com

Бер заман аҡһаҡал, ут эсендә ҡалған йыланды күреп, уны ҡотҡарырға була. Һөйрәп сығарғас, тегеһе үҙен ныҡ итеп саға.

Ҡарт йыланды һелтәп ебәрә, уныһы кире утҡа барып төшә. Был юлы аҡһаҡал тимер таяҡ ала ла ялҡын эсенән йыланды тағы һөйрәп сығарып, ғүмерен һаҡлап ҡала.

Быны күҙәтеп торған уҡыусыларының береһе ғәжәпләнеп һорай: “Остазым, йылан һине саҡты бит, ниңә уны ҡотҡараһың?” Аҡһаҡалдың яуабы шулай була: “Уның фиғеле – сағыу. Әммә был минең асылымды – ярҙам итергә ынтылыуҙы – үҙгәртергә тейеш түгел”.

Дилбәр ИШМОРАТОВА

Автор:Розалия Абдрафикова
Читайте нас: