Бөтә яңылыҡтар
Иман
15 Апрель 2022, 12:46

Динебеҙҙең ныҡлы терәге

islam.ru
Фото:islam.ru

Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан хәбәр итеүҙәренсә, ураҙа айының туғыҙынсы көнөндә Өфөләге “Рамаҙан” мәсетендә намаҙ уҡырға өйрәнергә теләгән ҡатын-ҡыҙ өсөн лекция һәм ғәмәли дәрес уҙғарылған.

Сараны ойоштороусы һәм спикер – Илүзә Ғафарова. Йәнә бер белгес – Гөлназ Сәйғәфәрова, ул намаҙға әҙерлек темаһы буйынса һөйләгән. Гүзәл зат вәкилдәре өс сәғәт дауамында ғибәҙәтте дөрөҫ уҡыу, уның төрҙәре, башлаған мәлдә ниндәй сүрәләрҙе өйрәнеү кәрәклеге хаҡында һабаҡ, Ислам тарихының төп осорҙары тураһында мәғлүмәт алған. Һәр кемгә уңайлы булһын өсөн, дәрестә күргәҙмә әсбаптар, китаптар ҡулланылған. Намаҙ уҡырға өйрәтеү алымдары бирелгән баҫмалар Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты тарафынан бүленгән һәм аҙаҡ һәр уҡыусыға бүләк ителгән. Мосолман ҡатын-ҡыҙҙары лекцияла өйрәнгәндәрен артабан йәмәғәт менән уҡылған өйлә намаҙы мәлендә ғәмәли йәһәттән нығыта алған.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, был курсҡа яҙылырға теләгәндәр бик күп булған, алдан өлгөргән илленән ашыу кешене ҡабул иткәндәр. Илүзә Ғафарова быға сикһеҙ шатланыуын белдергән.

“Мин үҙем мосолман ғаиләһендә үҫтем, шунлыҡтан намаҙ уҡырға өйрәнеүҙә ҡыйынлыҡ тыуманы, – тигән ул. – Шуға ла ошо йәһәттән ауырлыҡтар барлығы хаҡында белмәй ҙә инем. Ә инде бер мәл танышым намаҙ уҡырға өйрәтеүемде һорағас, уйға ҡалдым. Асыҡланыуынса, бик күптәргә кәрәк икән ошондай ярҙам. Һөҙөмтәлә әлеге уҡыуҙарҙы ойошторорға булдым. Ысынын әйткәндә, намаҙ уҡырға өйрәнергә теләгәндәрҙең бихисаплығына хайран ҡалдым. Дин юлына баҫҡандарҙың күплеге ифрат ҡыуаныслы”.

Сара барышында, унда уйындар, викториналар уҙғарылғанда уҡыусы ҡатын-ҡыҙҙарға спонсорҙар тарафынан әҙерләнгән төрлө бүләктәр бирелгән: намаҙ өсөн балаҫтар, яулыҡтар, сертификаттар, ҡулдан эшләнгән шәмдәр һ.б. Шулай уҡ, алда әйтелгәнсә, Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты вәкилдәре китаптар ҙа өләшкән. Һәр ҡатын-ҡыҙ ҡәнәғәт ҡалған, артабан да белем алыу теләге менән янып, илһамланып ҡайтҡан.

“Намаҙ – Исламда мөһим ғәмәл, уның ныҡлы терәге”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Ошо аманатты тотоу динебеҙгә ҡеүәт өҫтәр, иншаллаһ.

Дилбәр ИШМОРАТОВА.

Читайте нас: