Бөтә яңылыҡтар
Иман
15 Апрель 2022, 12:45

Күркәм ғаиләләр артһын

Рамаҙан айында ифтарҙар үтә.

Ә. Әхмәровтың шәхси архивынан.
Фото:Ә. Әхмәровтың шәхси архивынан.

Изге Рамаҙан айының хозур бер кисендә Өфөнөң Туҡай урамында урынлашҡан Беренсе йәмиғ мәсетендә ауыҙ асыу мәжлесендә ҡатнашырға тура килде. Намаҙ алдынан мәсеттең имам хатибы Әхмәт хәҙрәт Әхмәров менән әңгәмәләшеп алдым.

Федоровка районының Бала Сытырман ауылынан ул. 13 йәшенән  Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында уҡы­ған. Етеҙ, көслө ихтыярлы егет бокс буйынса 18 йә­шендә үк Рәсәйҙең спорт мастеры дәрәжәһенә өл­гәшкән. Дингә килеүе лә спортҡа бәйле. Ярыш алдынан ураҙалағы атаһы: “Улым, спорт менән шө­ғөл­ләнгәс, категорияға яраш­лы, һиңә ауырлы­ғыңды контролдә тоторға кәрәк. Ураҙа ярҙам итер, иншәАллаһ, ярҙамын күрерһең”, – ти. Әхмәткә ураҙа тотоу килешә, мәсеткә йөрөй башлай.

Башҡорт дәүләт уни­версите­тының тарих факультетында IV курста белем алған осорҙа Рәсәй Ислам университетына ситтән тороп уҡырға инә. БДУ-ны тамамлағас, дини белем эстәр өсөн көндөҙгө бүлеккә күсә. Ике йыл Һа­мар ҡалаһында мәҙрәсә­лә балалар уҡыта. Унан ҡайтҡас, Ислам институтында мөғәллимлек итә. Әлеге ваҡытта Шамонин биҫтәһендә мәсет төҙөү менән мәшғүл. Мосолман­дарҙы, башҡорт халҡын иманлы итеүҙә, рухи тәр­биә биреүҙә дини йорттоң  баһаһы оло икәненә иманы камил уның. 

“Беренсе йәмиғ мәсете­нә медицина, авиация университеттарынан, Баш­ҡорт дәүләт универси­те­ты­нан студенттар күп йө­рөй. Туғыҙ милләт вә­кил­дә­ре араһында индус, ғә­рәп, афған, Африка, Урта Азия кешеләре бар, – ти имам-хатип. – Ислам дине күп милләтте бер­ләштерә. Вәғәзде баш­ҡорт­са һөй­ләгән саҡта­рыбыҙ була, Башҡорт­остан тураһында ла телгә алабыҙ. Мәсеттә милләт-ара татыулыҡ хө­көм һөрә, туғанлыҡ хисе һаҡлана. Бер­гәләп ауыҙ асабыҙ, иф­тарҙа ҡатна­ша­быҙ. Яҡ­шы мөғәмәләлә булғас, уларҙың да беҙгә күңеле асыҡ. Сит ил вә­кил­дәре халҡыбыҙҙы, рес­пуб­ликабыҙҙы ихлас ярата”.

Рамаҙандың мәғәнәһе – яндырыусы. Был һәр кемгә мәғлүм. Аллаһ Тә­ғә­лә ураҙа тотоусыларҙың гонаһ­тарын яндырып, юҡ итә. “Астың асы­уы яман” тиһәләр ҙә, был айҙа кеше сабырлыҡҡа өйрәнә, ас­тың хәлен аңлай, шул сә­бәп­ле күңеле йомшара, йөрәгендә миһырбанлыҡ арта.

“Рамаҙан айында фи­диә тигән әйбер бар. Ураҙа тотмаған кеше фидиә са­ҙаҡаһы бирһә, ураҙа тотоу­сыларға ауыҙ астыр­һа, ураҙа тотҡан сауабын ала. Рамаҙан айы аҙағын­да мохтаж кешеләр – 200 һум, урта хәллеләр – 400 һум, байҙар, хәл­леләр  1100 һум фитыр саҙаҡаһы бирергә тейеш. Был саҙа­ҡа, бер яҡтан, ураҙалағы булған хата-кәмселекте Аллаһ ғәфү итһен өсөн, икенсенән, мох­таж кеше­ләрҙе һөйөн­дөрөр өсөн тапшырыла”, – ти Әхмәт Әхмәров.

Рамаҙан айындағы тә­рә­үих намаҙына мәсеткә 400-ләп кеше йыйыла. Улар үҙҙәре, ғаиләһе, яҡын­дары һәм дә тыныс­лыҡ өсөн доға ҡы­ла. Һу­ғышта вафат булған­дар шә­һит китә, йәғни Аллаһ­тың иң бө­йөк булған дә­рә­жәһенә лайыҡ була. Улар рухына аят уҡыйҙар, Рәсәй өсөн, респуб­ли­кабыҙ өсөн доға ҡылалар. 45 минут барған тәрәүих намаҙында мосолмандар ихлас, сабыр ҡатнаша. Рамаҙан айында Ҡөрьән-хатым сығыла. Ҡөрьәнде берәү баштан алып аҙағы­наса уҡый, ҡалғандар артынан ҡабатлап бара. Был – сөннәт, сөнки пәйғәм­бәребеҙ ҙә Ябраил фә­реш­тә артынан Ҡөрьән Кәримде ҡабатлап барған.

“Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙ­рәте киң, – иң мөһиме – ке­шене рәнйетмәү, кеше менән яҡшы мөғәмәләлә булыу. Һеҙ минән һорағыҙ, мин һеҙҙе ғәфү итермен, ти Аллаһ. Әммә белә тороп кеше башҡа берәүҙең хаҡына керә икән, эш хаҡын түләмәгән икән, һуҡҡан икән, үлтергән икән, рәнйетелгән кеше рәнйеткәнде ғәфү итмәй тороп Аллаһ Тәғәлә уны ғәфү итмәйәсәк. Кеше хаҡы Аллаһ хаҡынан да бөйөгөрәк”, – кешелек үҫеше, йәшәйеш өсөн мөһим ошо төшөнсәне яҡ­шы аңлаған Әхмәт хәҙрәт­тең ғаиләһендә тәүфиҡлы, итәғәтле балалар үҫә.

Табип һөнәрле хәләл ефете лә ураҙала. Ҡыҙы менән улы, спорт менән шөғөлләнмәгән, мәктәпкә бармаған көндәрҙә ата-әсәләренә эйәреп ураҙа тота. Мәсеткә бергә йөрөй­ҙәр, бергәләшеп намаҙ уҡыйҙар. Изге ғөрөф-ғәҙәт­тең быуындан-быуынға тапшырылыуын яҡшы аңлай Әхмәровтар.

Рамаҙан айы мөбәрәк булһын. Иманлы ғаиләләр артһын, тормошобоҙҙо из­ге күңелле, алсаҡ, тәр­биәле кешеләр йәмләһен!

Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА.

Читайте нас: