Ураҙаны нисек тотоу тураһында һүҙ сыҡҡанда, диндарҙар тәү сиратта Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең тормошон өлгө итеп күрһәтә.
Пәйғәмбәребеҙҙең башҡарғаны, әлбиттә, ябай әҙәм балалары өсөн көс еткеһеҙ. Ул, һәр ваҡыттағыса, ныҡ күп эшләгән, ғәрәп илендәге эҫелектә ураҙа тотоу менән бер рәттән пәйғәмбәрлек вазифаһын бөтөн тулылығында үтәгән. “Рамаҙан айында Ислам ғәмәлдәренә, Ҡөрьәнгә иғтибарҙы тағы ла нығыраҡ арттырыр ине, – тип хәтерләр булған ҡатыны Ғәйшә. – Айҙың һуңғы төндәрен мәсеттә ғибәҙәттә үткәрә торғайны”.
“Ҡөрьән Кәрим”дә: “Эй, иманлы бәндәләр, һеҙҙең өсөн Аллаһ Тәғәләнең пәйғәмбәре – ҙур өлгө. Кем дә кем Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмде Раббыбыҙҙың рәсүле тип таныһа, Ҡиәмәт көнөнә ышанһа, был аҙаҡ иҫәпкә алыныр”, – тиелгән. Тимәк, үҙ тормошо аша өммәтенә Ҡөрьән буйынса йәшәү үрнәген күрһәткән, һәр хәрәкәтенән, йөрөш-торошонан Аллаһ һүҙенең тәфсире сағылған Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең өммәте булараҡ, беҙ изге айҙы уның өлгөһөндә үткәрергә тейешбеҙ. “Ҡөрьән Кәрим”де, хәҙистәрҙе өйрәнергә бурыслыбыҙ. Уларҙағы аҡылды күңелгә һеңдереү, файҙаланыу тормошобоҙға ҙур бәрәкәт бирер.
“Кем дә кем ураҙаның ниғмәттәрен татымай ҡалһа, ҙур отолошта булыр, – тигән Пәйғәмбәребеҙ үҙенең хәҙисендә. – Әгәр ҙә ки өммәтем ураҙаның бөтә хикмәттәрен, бөйөклөгөн, сауаптың күплеген белә торған булһа, был айҙың йылға һуҙылыуын теләр ине”.
Дилбәр ИШМОРАТОВА.