Республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендәге “Рамаҙан тирмәһе”ндә көн дә ифтар үткәреү дауам итә. Күптән түгел Ауырғазы районының Талбазы ауылында уҙған ошондай сарала Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Айнур хәҙрәт Бирғәлин дә ҡатнашты.
Ифтарға шулай уҡ район хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов, урындағы имамдар, ураҙа тотҡан халыҡ килде.
Мөфтөй үҙ сығышында Рамаҙан айында изге ғәмәлдәр атҡарыу мөһимлегенә ҙур иғтибар бүлде. “Мосолман, йәмғиәткә файҙа килтереп, яҡшы эштәре менән өлгө күрһәтеп йәшәргә тейеш. Рамаҙан айында ошондай изге ғәмәлдәрҙең иң олоһо – мохтаждарға ярҙам итеү, – тине Айнур хәҙрәт. – Ураҙа һәммәбеҙҙе лә асығып йәшәгәндәрҙең хәлендә булырға мәжбүр итә. Тимәк, күпмелер ваҡыт уларҙың кисергәндәрен үҙебеҙ ҙә тоябыҙ, һөҙөмтәлә күңелебеҙҙә мәрхәмәтлелек, шәфҡәтлелек, мохтаждарға ярҙам күрһәтеүгә ынтылыш арта.
Әл-хәмдү лил-ләһ, әле беҙ яҡшы, мул тормошта йәшәйбеҙ. Бының өсөн Аллаһ Тәғәләгә рәхмәтле булайыҡ. Изге айҙағы мөмкинлектән файҙаланып, яҡындарыбыҙ, ҡәрҙәштәребеҙ өсөн ифтарҙар үткәрәйек. Шулай уҡ мәсеттәребеҙҙе тәрбиәләп тотайыҡ, унда йәмәғәт намаҙҙарына йөрөйөк, дин дәрестәре үткәрәйек. Төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн дәүләт гранттары алырға тырышайыҡ – власть мосолмандарға төрлө яҡлап ярҙам итергә әҙер”.
Район хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов иһә имамдарҙы урындағы власть органдарына әүҙем ярҙам итергә саҡырҙы. “Ауылдар халҡы һеҙгә ҙур ихтирам менән ҡарай, – тине ул. – Районыбыҙҙа имамдар һүҙенә гелән ҡолаҡ һалалар. Шуға ла диндарҙарыбыҙҙың төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Урындағы проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ла әүҙем булышлыҡ ҡылһағыҙ ине. Бигерәк тә балаларҙы, йәштәрҙе тәрбиәләүгә йүнәлтелгән башланғыстарҙа ярҙам кәрәк. Киләсәк быуындың ниндәй булыры беҙҙең бөгөнгө эшебеҙгә бәйле”.
Ғөмүмән, ике йыл буйы ғәмәлгә ашырылған “Рамаҙан тирмәһе” проекты Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының изге йолаһына әйләнде тиерлек. Мөфтөй Ишембай ҡалаһында ла ошондай уҡ сарала ҡатнашты. Әйтеүенсә, ундағы “Рамаҙан тирмәһе” өлгөлө майҙансыҡтарҙың береһе булып тора. Ифтарға көн дә кеше күп йыйыла. “Бында Ишембай ҡалаһы хакимиәте башлығы Илшат Шакировтың, урындағы имам-мөхтәсиб Илшат хәҙрәт Хафизовтың өлөшө ҙур”, – тип билдәләне Айнур хәҙрәт.
Балтас районының Иҫке Балтас ауылында үткән ошондай сара алдынан иһә мөфтөйгә Ғабдулла Ғәлиев (Батырша) музейын күрһәттеләр. Экскурсияла хакимиәт башлығы Илгиз Субушев та ҡатнашты. Музейҙы булдырған һәм уға етәкселек иткән имам-мөхтәсиб Рәфис хәҙрәт Шәйхәрҙәнов эшмәкәрлек тураһында һөйләне, артабанғы ниәттәре менән уртаҡлашты.
“Рамаҙан тирмәһе”ндәге ифтарҙа мөфтөй Балтаста элек-электән диндең көслө булғанын, әле лә халыҡтың ошо хаҡ юлды лайыҡлы дауам итеүен билдәләне. Шулай уҡ Рәсәйҙәге Ислам мәҙәниәтенә, фәненә һәм мәғарифына ярҙам фондының илдәге мосолман берләшмәләрен үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарға ҙур ярҙам күрһәтеүе хаҡында бәйән итеп, уның программаларында әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырҙы. “Беҙҙең өсөн бөтә шарттар булдырылған – бергәләп эшләргә генә ҡала”, – тине мөфтөй.
Билдәле булыуынса, ифтар ҡылдырыу – иң изге ғәмәлдәрҙең береһе. “Бындай йомартлыҡ күрһәткән кешегә Аллаһ Тәғәлә сират күперен үтеүҙе еңеләйтер”, – тиелә хәҙистә. Шулай уҡ “Әгәр ҙә ки кемдер ураҙа тотоусынан ауыҙ астырһа, уны фәрештәләр Рамаҙан айы буйы данлар, Ябраил ғәләйһис-сәләм Ҡәҙер кисендә сәләмләп ҡаршы алыр”, – тип әйтелә динебеҙҙә. Тимәк, республикабыҙҙа тормошҡа ашырылған “Рамаҙан тирмәһе” проектының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Дилбәр ИШМОРАТОВА