Башҡортостанда йәшәгән мосолмандарҙы Ураҙа байрамы менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров тәбрикләне. Ошо айҡанлы ул социаль селтәрҙәрҙә яҙма ҡалдырҙы.
“Бөгөн мосолмандар Ураҙа байрамын – иң оҙайлы ураҙа тотоуҙың тамамланыуын билдәләй. Рухи һәм әхлаҡи яҡтан таҙарыныу үтеп, кешеләр Аллаһ Тәғәләне данлай, сауаплы эштәр башҡара.
Шул көндәрҙә имандың ни тиклем мөһим икәнен һәм был юлда руханиҙарҙың ниндәй ҙур ярҙам күрһәткәнен аңлайһың. Улар бит мөһим социаль функцияларҙы ла башҡара – мохтаждарға ярҙам итә, йәштәрҙе тәрбиәләй, этник-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә булышлыҡ итә. Кешеләргә ярҙам итеү, минең ҡарашҡа, беҙҙең заманда диндәрҙең мөһим ролен тәшкил итә лә инде.
XVIII быуат аҙағында уҡ Өфө Ырымбур мосолман диниә йыйылышы - Рәсәйҙә мосолмандарҙың тәүге рәсми ойошмаһы төҙөлөү һөҙөмтәһендә ислам мәғарифы һәм идара итеү үҙәктәренең береһенә әүерелә. Шул уҡ ваҡытта төбәгебеҙҙә төрлө милләт һәм дин вәкилдәре араһында тыныслыҡ һәм үҙ-ара ихтирам хөкөм һөрә.
Хөрмәтле яҡташтар, һеҙҙе изге байрам менән ҡотлайым! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Изгелек һәм шәфҡәтлелек һәр ваҡыт һеҙҙең юлдаштарығыҙ булһын!” – тип яҙҙы ул.
Фото: peoples.ru