Республиканың башҡа мәсеттәрендә кеүек үк, бында ла изге Рамаҙан айы тамамланыу һәм Ураҙа байрамы уңайынан вәғәз тыңланылар. Сараны Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин алып барҙы.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров мосолмандарҙы байрам менән ҡотланы, йәмәғәт намаҙында ҡатнашты һәм диндарҙар менән аралашты.
– Хөрмәтле юғары мөфтөй Тәлғәт-хәҙрәт Тажетдин! Хөрмәтле туғандар, дуҫтар! Һеҙҙе изге Рамаҙан айы тамамланыу һәм Ураҙа байрамы менән ихлас ҡотлайым! Изге Рамаҙан айы тамамланды. Республикабыҙҙың меңәрләгән мосолманы бөйөк Ураҙа байрамын билдәләү өсөн мәсеткә йыйылды, – тине Радий Хәбиров. – Был көндәрҙә беҙ туғандарыбыҙҙың һәм яҡындарыбыҙҙың һаулығы һәм именлеге өсөн, Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда тыныслыҡ һәм именлек өсөн доға ҡылабыҙ. Ата-бабаларыбыҙ ҡалдырған уртаҡ рухи байлығыбыҙ – тыныслыҡ, татыулыҡ һәм бер-беребеҙгә ихтирам тойғоларын – беҙ, ниндәй дин тотоуға һәм милләткә ҡарамаҫтан, киләһе быуынға тапшырырға тейешбеҙ. Беҙ илде һаҡлаусы һәм Украинала фашизмға ҡаршы көрәшеүсе яугирҙәребеҙ өсөн дә доға ҡылабыҙ. Бөгөн мин һеҙгә изге эштәрегеҙ һәм мохтаждарға ярҙам күрһәткәнегеҙ өсөн рәхмәт әйткем килә. Зирәклегегеҙ, яҡты уйҙарығыҙ һәм һынауҙарға ҡаршы тора белеүегеҙ өсөн. Һеҙгә тыныслыҡ һәм именлек, ғаилә именлеге һәм ныҡлы һаулыҡ теләйем! Ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ һәм ғаилә бәхете теләйем. Байрам менән!
Аҙаҡ Радий Фәрит улы һәм Тәлғәт Тажетдин журналистар менән аралашып, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
– Хөрмәтле Тәлғәт хәҙрәт, ислам календарындағы төп байрамдарҙың береһен республика мосолмандары ниндәй кәйеф менән ҡаршылай?
– Аллаһ Тәғәләгә һәм дәүләткә, Рәсәй һәм Башҡортостан етәкселәребеҙгә рәхмәт. Тәртип бар, бер ниндәй ҙә тарҡаулыҡ юҡ. Дәүләттең бөтә структуралары берҙәм эшләй. Беҙ ҡаушап ҡалманыҡ. Ураҙа беҙгә был йәһәттән ярҙам итте, – тине ул.
Хәбәрсе республика етәксеһенән кәйефен, Ураҙа байрамын нисек билдәләүен һорашты.
– Кәйефтәр күтәренке, байрамса. Иң мөһиме, беҙ, диненә һәм милләтенә ҡарамаҫтан, кешеләрҙең рухи берҙәмлеген һаҡлайбыҙ. Был – беҙҙең төп байлығыбыҙ. Әлбиттә, беҙҙең борсолоуҙарыбыҙ ҙа бар. Хәҙер күп кешеләргә ярҙам кәрәк, һәм беҙ ярҙам күрһәтәсәкбеҙ. Был көндәрҙә беҙ туғандарыбыҙ һәм яҡындарыбыҙ өсөн доға ҡылабыҙ. Илде фашизмға ҡаршы көрәштә һаҡлаған егеттәргә айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Бөгөн беҙ изге уйҙарыбыҙ һәм изге эштәребеҙ менән уртаҡлашырға тейешбеҙ. Республикабыҙҙа Украинанан килгән 323 ҡасаҡ бар. Һәм улар ҙа беҙҙең ярҙамға мохтаж, – тине ул. – Башҡортостандың берҙәм мосолман өммәте, Юғары мөфтөй Тәлғәт хәҙрәт арҡаһында республикабыҙҙа кәйефтәр тотороҡло. Шуға күрә байрамды яҡты уйҙар менән ҡаршы алабыҙ. Был көндө туғандарым һәм яҡындарым менән үткәрәм. Барығыҙҙы ла ҡотлайым һәм изге теләктәремде еткерәм, - тине Радий Фәрит улы.
Аҙаҡ Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә лә был турала яҙма ҡалдырҙы.
“Бөгөн Башҡортостандағы меңәрләгән мосолман Ураҙа байрамы уңайынан мәсеткә намаҙ уҡырға килде. Шуныһы мөһим - беҙ, ниндәй дин тотоуына һәм милләтенә ҡарамаҫтан, кешеләрҙең рухи берҙәмлеген һаҡлайбыҙ. Был - беҙҙең төп байлығыбыҙ.
Был көндәрҙә беҙ туғандарыбыҙ һәм яҡындарыбыҙ өсөн доға ҡылабыҙ. Хәҙер күптәргә ярҙам кәрәк, беҙ мохтаждарға ярҙам итәсәкбеҙ. Һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйем!” – тип яҙҙы ул.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты һәм "Бәйләнештә" социаль селтәре.