Бөтә яңылыҡтар
Иман
2 Май 2022, 20:00

"Янһары" мәсете ауылға яңы һулыш бирҙе

Хәҙер тотош ауылға аҙан яңғырауы ғәйәт ҡыуаныслы - Яңы Собханғол тиҫтә йылдар мәсетһеҙ көн күрҙе, иман йорто төҙөлөүгә бер нисә генә йыл.

"Янһары" мәсете ауылға яңы һулыш бирҙе
"Янһары" мәсете ауылға яңы һулыш бирҙе

Бөрйән районы Яңы Собханғол ауылында дини байрамдар хәҙер шартына килеп үтә. Ураҙа ғәйете уңайынан да көн башынан аҙан тауышы яңғыраны - дин юлында булған олоһо ла, кесеһе лә тәүҙә ғәйет намаҙына, аҙаҡ байрам табынына йыйылды. Ураҙа байрамы хөрмәтенә ауылдың, райондың әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Артур Буранбаев ҡорбан салдырған.

"Янһары" мәсетенә йыйылғандар Юлай хәҙрәттең хөтбәһен тыңланы, оло ғәйетте тәбрикләп доға ҡылды. Араларында балаларҙың да булыуы ҡыуаныслы - уларҙың һәр береһе хәҙрәттең һөйләгәндәрен иғтибар һәм ихтирам менән тыңлап ултырҙы. 

Ҡорбан ашынан һуң социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән балалар мул күстәнәс алып ҡыуанды.

Яңы Собханғол ауылында "Янһары" мәсете төҙөлөп, эшләп китеүенә күп тә түгел, бер нисә йыл самаһы. Иман йорто урындағы үҙидара, битараф булмаған ауыл халҡы, Артур Буранбаев кеүек әүҙем йәмәғәтселәр ярҙамында бойомға ашырылды, уны әле лә булһа төҙөкләндереү дауам итә - газ үткәрәләр.

Дин юлында булғандар даими мәсеткә йөрөй, никах теркәү, бәпес туйы кеүек иҫтәлекле даталар ҙа бында үтә. Оҙаҡ йылдар мәсетһеҙ торған ауылға йәм кергән - тыштан иман йортон сүрәләрҙән, хәҙистәрҙән өҙөктәр яҙылған алтаҡталар биҙәй. "Аллаһ Тәғәлә хәмерҙе (иҫерткес эсемлектәрҙе), уны эсеүсене һәм эсереүсене, һатыусыны һәм һатып алыусыны, яһаусыны һәм яһатыусыны, ташыусыны һәм үҙенә ташытыусыны ләғнәт ҡылды" - айырыуса ошо хәҙис яҙыҡ юлдан йөрөгәндәрҙе, хәмер эскәндәрҙе, уны яһап һатҡандарҙы уйландырыр, аңына килтерер тигән өмөт бар.

Ҡасандыр туҙаны уйнап ятҡан буш урында "Янһары" мәсете балҡып ултырыуы, ауыл халҡының иман юлына баҫыуы ҡыуаныслы күренеш. Дөйөм көс менән төҙөлгән, төҙөкләндерелгән иман йорто оҙаҡ йылдар хеҙмәт күрһәтер, тупһаһына саң ҡунмаҫ тигән теләктәбеҙ.

Автор фотолары. 

"Янһары" мәсете ауылға яңы һулыш бирҙе
"Янһары" мәсете ауылға яңы һулыш бирҙе
"Янһары" мәсете ауылға яңы һулыш бирҙе
"Янһары" мәсете ауылға яңы һулыш бирҙе
"Янһары" мәсете ауылға яңы һулыш бирҙе
"Янһары" мәсете ауылға яңы һулыш бирҙе
Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: