Бөтә яңылыҡтар
Иман
14 Май 2022, 22:51

Бәхет сере

joinfo.com
Фото:joinfo.com

Бәләкәй генә бер ҡалала күрше булып ике ғаилә йәшәгән. Берәүҙәре һәр саҡ әрләшә, талаша, икенселәре, киреһенсә, бер-береһе өсөн йәнен бирергә әҙер, ти. Үҙ һүҙле, ярһыу ҡатын күршеһенең бәхетенә көнләшеп ҡарай икән. Бер көн ул ирен был ғаиләнең нисек йәшәгәнен күҙәтергә ебәргән.

 Тегеһе күршеләренең өйөнә һиҙҙермә­йенсә генә ингән дә мөйөшкә йәшеренгән. Күрә: хужабикә йырлай-йырлай бүлмә йыйыштыра. Ҡыйбатлы вазаның саңын һөртөп торғанында, телефон шылтырай. Ҡатын, ҡабаланғанлыҡтан, һауытты өҫтәлдең ситенә генә ҡуйып, трубканы алырға ашығып китеп бара.

Шул саҡта бүлмәгә ире килеп инеп, ва­заға тейеп үтә һәм һауыт иҙәнгә төшөп ярыла.

“Хәҙер нимә була инде? Вәт ирешә­сәктәр!” – тип ваҡиғаның ағышын ҡото осоп көтә йәшенеп торған күршеләре.

Ҡатын, ваза янына килеп, ауыр көрһөнә лә:

– Ғәфү ит, ҡәҙерлем, ғәйеплемен, – ти. – Өҫтәлгә матур итеп ҡуйып китмәнем.

– Юҡ, мин ғәйепле, – тип ҡаршы төшә ире. – Ҡабаланып, һауытты күрмәгәнмен. Йә, ярай. Оло бәлә-ҡаза күрергә яҙмаһын.

Күршеләренең йөрәге ҡыҫып ҡуйған. Өйөнә кәйефһеҙ генә ҡайтып ингән.

– Ҡайһылай оҙаҡ йөрөйһөң! – тип тауыш күтәргән ҡатыны. – Шунан, күрҙеңме?

– Эйе.

– Нисек йәшәйҙәр инде?

– Уларҙың икеһе лә – ғәйепле. Ә бына беҙҙә – барыһы ла хаҡлы...

Дилбәр ИШМОРАТОВА

Читайте нас: