Бөтә яңылыҡтар
Иман
14 Май 2022, 22:46

Шайморатов исемендәге дини ойошма төҙөләсәк

Луганскиҙа халыҡ-ара конференция уҙҙы.

А. Бирғәлиндең “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән.
Фото:А. Бирғәлиндең “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән.

Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин “Донбасстағы традицион диндәр – экстремизмға һәм неонацизмға ҡаршы” тип аталған халыҡ-ара конференцияла ҡатнашыуы хаҡында хәбәр итте. Сара Луганскиҙа уҙған. Айнур хәҙрәт унда Рәсәй мосолмандары Диниә назараты рәйесе Әлбир Крганов етәкселегендәге делегация составында барған.

“Быйыл 29 мартта Рәсәй Дәүләт Думаһы ошо тема буйынса тәүге осрашыуҙы Мәскәүҙә ойошторғайны. Луганскиҙағы конференция уның логик дауамы булды, – тип билдәләне Айнур Бирғәлин. – Бындай саралар бик кәрәк, улар киҫкен хәлдәрҙең нигеҙенә төшөнөү, халыҡтар араһында бәйләнеште нығытыу мөмкинлеген бирә. Луганск Халыҡ Республикаһының Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр министрлығына, уның етәксеһе Дмитрий Сидоровҡа ошондай әһәмиәтле һөйләшеүгә йыйған өсөн ҙур рәхмәт! Конференцияла төп маҡсат ислам дине буйынса белем биреүҙе үҫтереү, “традицион дин” һәм “фашизм, экстремизм” төшөнсәләренең бер-береһенә ҡапма-ҡаршы икәнен халыҡҡа аңлатыу юлдарын өйрәнеү булды, үҙ-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтеү алымдары ҡаралды”.

Сарала Айнур Бирғәлиндең сығышы республикабыҙҙа йәш быуынды һәр яҡлап сәләмәт итеп үҫтереү маҡсатына ярашлы башҡарылған эштәргә бағышланған. Билдәле булыуынса, төбәгебеҙҙә, ысынлап та, был йәһәттән өлгө итеп күрһәтерлек тәжрибә бар. Дини белемгә ынтылған йәштәребеҙҙе спортҡа ла ныҡлы ылыҡтырыуға ҙур иғтибар бүленә. Ихтыяр көсөн, рухты нығытыу өсөн был ифрат әһәмиәтле. Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты йәштәргә дини белем биреү шарттарын яҡшыртыуҙы даими хәстәрләй. Мәҫәлән, Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам колледжында (мәҙрәсә) уҡытыу сифатын яҡшыртыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барылғаны, учреждениеның бинаһы ла заманса яңыртылғаны мәғлүм. Бында курстар, конкурстар ҙа гел үткәрелеп тора. Шул уҡ ваҡытта белем усағында уҡығандар спорт сараларында әүҙем ҡатнаша, көрәш турнирҙарында алдынғы урындарҙы яулай. Ошондай тәрбиә алымы республиканың район һәм ҡалаларындағы дини ойошмаларҙа ла ҡулланыла. Ғибәҙәтханалар эргәһендә спорт залдары асыу тәжрибәһе киң тарала бара. Ундай урындарҙа шөғөлләнеү бушлай, һөҙөмтәлә араларында күпселекте балалар тәшкил итә. Тимәк, йәш быуынды дин юлына ылыҡтырыуҙың әһәмиәтле сараһы был.

Луганск Халыҡ Республикаһында ислам ғилемен үҫтереүгә, улар менән хеҙмәттәшлекте киңәйтеүгә килгәндә, мөфтөй Әлбир Крганов урындағы имамдарҙың белемен камиллаштырыу курсы уҙғарырға тәҡдим иткән. Рәсәй мосолмандарының Диниә назараты Луганскиҙа мөфтиәт ойошторған, тимәк, уртаҡ маҡсатта берҙәм эшмәкәрлек алып барыласаҡ.

Айнур хәҙрәт әйтеүенсә, әлеге сарала Чечен Республикаһы мөфтөйө Сәләх хажи Межиев “Көнбайыш Европа үҙ сәйәсәте менән кешелеклелекте, рухи һәм дини ҡиммәттәребеҙҙе юҡҡа сығара” тип белдергән. “Был фекер менән килешәм. Ғөмүмән, Чечнялағы ҡәрҙәштәребеҙ дөрөҫ әйтеп кенә ҡалмай, ә быны хаҡ эштәр менән дә раҫлай. Был төбәк ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләрҙе хәстәрләүгә ҙур өлөш индерә. Әлеге сараға килгәндә лә, Сәләх хажи Межиев, бер юлы сираттағы гуманитар ярҙам йөгөн алып килеп, мохтаждарға таратты. Билдәле булыуынса, беҙҙең республикабыҙ ҙа ошо йәһәттән оло эш атҡара. Төбәгебеҙ Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа бындай изге ғәмәлгә юл һалғаны, уға даими иғтибар бүлгәне өсөн ҙур рәхмәт”, – тине Айнур Бирғәлин.

Мөфтөй һүҙҙәренсә, улар, Луганск Халыҡ Республикаһының мәҙәниәт министры һәм урындағы Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары менән фекер алышып, унда генерал Шайморатов исемендәге дини ойошма булдырыуҙы планлаштырған. Артабан иһә Шайморатов исемендәге мәсет төҙөргә ниәтләнәләр.

Дилбәр ИШМОРАТОВА

Читайте нас: