“Намаҙ – Исламда мөһим ғәмәл, уның биш терәгенең береһе”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Ошо аманатты тотоп, республикабыҙҙа төрлө күркәм саралар уҙғарылып тора.
Мәҫәлән, Өфөләге “Рамаҙан” мәсетендә намаҙға өйрәнергә теләгән ҡатын-ҡыҙ өсөн икенсе тапҡыр уҡыу үткән.
Программа шул уҡ. Билдәле булыуынса, сараны ойоштороусы һәм спикер – Илүзә Ғафарова. Тағы бер белгес – Гөлназ Сәйғәфәрова, ул намаҙға әҙерлек темаһы буйынса дәрес үткәргән, ғибәҙәтте дөрөҫ ҡылыу, уның төрҙәре, башлаған мәлдә ниндәй сүрәләрҙе өйрәнеү кәрәклеге һәм башҡалар хаҡында һабаҡ биргән, Ислам тарихының төп осорҙары тураһында һөйләгән.
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты тарафынан намаҙ уҡырға өйрәтеү алымдары бирелгән баҫмалар донъя күреп тора. Әлеге сарала ла улар һәр уҡыусыға бүләк ителгән. Өйлә намаҙы еткәс, курста ҡатнашыусылар лекцияла өйрәнгәндәрен ғәмәли йәһәттән нығытыу өсөн ғибәҙәт ҡылып ҡараған.
Тәүге саралағы кеүек үк, быныһында ла ҡатнашыусылар күп булған. Ҡатын-ҡыҙҙар ошондай уҡыу мөмкинлеге тыуҙырған өсөн Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратына, “Рамаҙан” мәсетенә, ойоштороусы Илүзә Ғафароваға, уҡытыусыларға рәхмәт белдергән, курстарҙың киләсәктә лә туҡталып ҡалмауын теләгән. Уларға бағыусылар тарафынан әҙерләнгән бүләктәр – намаҙ уҡыу өсөн балаҫтар, яулыҡтар, сертификаттар тапшырылған.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, ҙур ихтыяж барлығын күҙ уңында тотоп, бындай сараны артабан да үткәреү ҡаралған. “Тормошта күп нәмә ҡатын-ҡыҙҙан, әсәнән тора. Уның намаҙ уҡыуы тәү сиратта ғаиләһе өсөн әһәмиәтле – иншаллаһ, дин юлына килгәндәр артасаҡ”, – ти ойоштороусылар.
Дилбәр ИШМОРАТОВА