Башҡортостан
+21 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иман
20 Май , 16:50

Бында иң мөһим мәсьәләләр тикшерелә

Ҡазанда "Рәсәй – Ислам донъяһы” стратегик ҡараш төркөмө ултырышы үтә. 

Бында иң мөһим мәсьәләләр тикшерелә
Бында иң мөһим мәсьәләләр тикшерелә

Бөгөн Ҡазанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йыл һайын үткәрелгән “Рәсәй – Ислам донъяһы” стратегик ҡараш төркөмө ултырышында сығыш яһаны.

Быйыл ултырыштың темаһы – “Рәсәйҙең этномәҙәни күп төрлөлөгөн, милләт-ара һәм конфессия-ара дуҫлыҡты һаҡлау тәжрибәһе – дөйөм гражданлыҡ берҙәйлеген нығытыу нигеҙе”. Унда Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары, Волга Болғарында рәсми исламды ҡабул итеүгә 1100 йыллыҡ тулыуҙы билдәләүгә арналған сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты рәйесе Марат Хөснуллин, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов, традицион конфессияларҙың рухи лидерҙары, Рәсәй Федераль Йыйылышы ағзалары, халыҡ-ара дини ойошмалар вәкилдәре ҡатнашты.

Радий Хәбиров кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы мосолмандарса сәләмләне.

– Беҙҙең илебеҙ – миллионлаған мосолмандар өсөн туған йорт, Ислам донъяһының айырылғыһыҙ өлөшө. Православие менән бергә, Ислам – дәүләт булдырыусы дин, беҙҙең Ватаныбыҙ халыҡтарының күптәре өсөн төп дин, – тине ул. – Беҙҙең республикала ике миллиондан ашыу мосолман йәшәй. Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты берләштергән 1400 самаһы дини ойошма бар. Республикабыҙҙың дини уҡыу йорттары Яҡын Көнсығыш һәм Үҙәк Азия илдәренең уҡыу үҙәктәре менән хеҙмәттәшлек итә. Былтыр Рәсәй Үҙәк Диниә назараты башланғысы менән беҙҙә Ислам белеме биреүгә булышлыҡ итеү буйынса Евразия ассоциацияһы булдырылды. Ә быйыл сентябрҙә Өфөлә Рәсәй Ислам университетының яңы корпусын асасаҡбыҙ.

Радий Фәрит улы белдереүенсә, дини ойошмалар уларҙың партнерҙары булып тора. Етәкселек һәр ваҡыт рухи лидерҙар фекеренә ҡолаҡ һалып эш итә.

– 24 февралдә үк, Рәсәй Президенты халыҡҡа мөрәжәғәт иткәс, Рәсәй Үҙәк Диниә назараты үҙенең дини идаралыҡтары һәм миллионлаған мосолмандар исеменән илебеҙ һәм уның Президенты Владимир Путиндың эшмәкәрлеген хуплауын белдерҙе. Ә республикабыҙҙың бөтә конфессиялары лидерҙары ла ксенофобия, күрәләтә фашизм һәм геноцидҡа ҡаршы көрәштә донъя диндәренең рухи көсөнә таянырға саҡырҙы, – тине Радий Хәбиров. - Рәсәй халыҡтары дуҫлығы, беҙҙең берҙәмлек тарихтың ауыр мәлдәрендә айырыуса сағыу тойола һәм ныҡлыҡ бирә. Бергәләп Ватаныбыҙ иңенә төшкән бөтә ауырлыҡтарҙы ла еңеп сығырбыҙ тип ышанам.

“Рәсәй – Ислам донъяһы" стратегик ҡараш төркөмө 2006 йылда, Рәсәй Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһына күҙәтеүсе булып ҡушылғандан һуң барлыҡҡа килгәйне. Унда 27 мосолман дәүләтенән билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре инә. Осрашыуҙарҙа халыҡ-ара мөнәсәбәттәр, шул иҫәптән Рәсәй менән Ислам Көнсығышы илдәре менән бергә эш итеүҙең көнүҙәк мәсьәләләре ҡарала. 2019 йылда төркөмдөң йыллыҡ ултырышы Өфөлә үткәйне.

Ултырыштан һуң Радий Хәбиров журналистар менән аралашты. Унан әлеге геосәйәси шарттарҙа стратегик ҡараш төркөмө ултырышының ил һәм Башҡортостан өсөн әһәмиәте тураһында һоранылар.

– Рәсәй төрлө дин кешеләренең дуҫтарса йәшәүенең һоҡланғыс өлгөһө булып тора. Беҙҙең республикала ғына ике миллиондан ашыу мосолман йәшәй. Шуға бөгөн Башҡортостанда, Татарстанда һәм илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә ошондай татыулыҡ, ихтирамлыҡ мөхите булдырыу тураһында һөйләштек.

Белеүебеҙсә, Ислам донъяһының ҙур өлөшө Украинала махсус хәрби операция башланыу йәһәтенән Президентыбыҙҙы һәм илебеҙҙе хупланы. Бөгөн күптәр был турала һөйләне. Айырыуса Юғары мөфтөй Тәлғәт хәҙрәт Тажетдиндың сығышы көслө булды. Бер һүҙ менән әйткәндә, бөгөн бында иң глобаль мәсьәләләр тикшерелде, – тине ул.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в