Бөтә яңылыҡтар
Иман
20 Май 2022, 16:10

“Тәҡүә” күршеләрҙе күрештерҙе

ataisal.com
Фото:ataisal.com

Сибай ҡалаһының “Тәҡүә” мәсетендә “Исламда ҡатын-ҡыҙҙың өлөшө” тип аталған конкурс үтте. Унда Йылайыр, Хәйбулла, Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил райондарынан һәм Сибай ҡалаһынан командалар ҡатнашты.

Сара ҡатын-ҡыҙҙарға аралашыу, фекер алышыу, үҙ-ара татыулыҡты нығытыу мөмкинлеген бирҙе. Конкурс еңеүсе­ләренә ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Гран-приҙы Баймаҡ мөхтәсибәте командаһы яуланы.

Урал аръяғы имамдары билдәләүенсә, Сибайҙа мәҙрәсә асыу ихтыяжы ҙур. Бындай уҡыу йорто республиканың көньяҡ-көнсығышында традицион дин үҙәгенә әйләнер, халыҡтың рухын, әҙәп-әхлаҡты үҫтереүгә ҙур өлөш индерер ине, ти улар.

Дилбәр ИШМОРАТОВА

Читайте нас: