Башҡортостанда таштан һалынған аҡ мәсет дүртәү, уларҙың береһе – Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылында. Иман йорто 1903 йылда һалынған һәм бөгөнгәсә һаҡланып ҡалған.
Әммә манараһы ғына ҡыҫҡарған. Бейек манараның бер бүлкәтен 30-сы йылдарҙа ауҙаралар. Шул саҡта яҡшымбәттәрҙең күңеле тетрәнә, йөрәге яралана, эстән генә һыҡрап илай улар...
Бөгөн республиканың мәҙәни ҡомартҡыһы булып иҫәпләнгән мәсеттең эсендә лә, тышында ла нур уйнай. Урындағы мосолман дини ойошмаһы етәксеһе Фәрхәд Аҙнабаев әйтеүенсә: “Мәсет – ул намаҙ уҡыу урыны ғына түгел. Дөрөҫ йәшәргә өйрәтеү, иманға күндереү сығанағы ла. Кешеләрҙе ылыҡтырыу өсөн төрлө саралар уҙғарыу зарур. Балалар һәм ололар араһында ҡыҙыҡлы, фәһемле конкурстар үткәрелә. Ҡыш буйы әбей-бабайҙар скандинав таяҡтары менән йөрөй”.
Иман барҙа – әҙәп бар, тиҙәр бит. Ауыл халҡын берләштереү, йәш быуынды тәрбиәләү йәһәтенән аҡ мәсеттә сауаплы, оло эштәр башҡарыла.
Яҡшымбәт иман йорто тураһында тулыраҡ яҙманы гәзитебеҙҙең киләһе һандарының береһендә уҡырһығыҙ.
Фото: Көйөргәҙе районы хакимиәте.