Әҙәм балаһы тормошонда иң саф, матур хыялдар – бала, үҫмер осорҙоҡо. Ошо уй-теләктәргә ҡарата иғтибарлы булыу зарур: уларға һаҡһыҙ ҡағылһаң, йәш кешенең йәшәү дәртен, өмөт-ышанысын һүндереү ихтималлығы бар.
Бер хикәйәтте иҫкә төшөрәйек. Алтынсы класс уҡыусыларына киләсәктә кем булырға теләүҙәре хаҡында инша яҙырға ҡушылған. Балаларҙың береһе, төнгә хәтлем ултырып, күңелендәге хыялын түкмәй-сәсмәй ҡағыҙға төшөргән. Киң ер биләмәһе алып, шунда иркен йорт һалырға, шәхси хужалығын алып барырға, өҫтәүенә ошонда уҡ халыҡ өсөн ял урыны булдырырға хыялланған ул. Был эште нисек ойошторасағы, архитектура үҙенсәлектәре, тупраҡтың уңдырышлылығын арттырыу саралары, ат һарайын нисек төҙөү һ.б. хаҡында ихлас күңелдән ентекле бәйән иткән.
Иртәгәһенә малай иншаһын уҡытыусыға тапшырған. Өс көндән иһә дәфтәре үҙенә әйләнеп ҡайтҡан. Асып ҡараһа, ҙур “икеле”... Өҫтәүенә уҡытыусы малайҙы бөтә класс алдында әрләй башлаған: “Ер алам, иркен йорт төҙөйөм, имеш. Беләһеңме, бының өсөн күпме аҡса кәрәк?! Уны ҡайҙан алырға уйлайһың? Ишле ғаиләнәнһең дәбаһа. Ҡыҫҡаһы, ул хыялыңды онот. “Икеле”ңде төҙәтәм тиһәң, икенсе инша яҙып алып кил. Теләгең мөмкинлектәреңә тап килерлек булһын”.
Малай өйөнә бөтөнләй кәйефһеҙ ҡайтып ингән. Хәлен һөйләп биргәс, атаһы: “Бер ниндәй ҙә кәңәш бирә алмайым, улым, – тигән. – Тик шуны бел: ҡарарың ныҡлы, ниәтең изге икән, Аллаһ бәрәкәтен бирер”.
Һөҙөмтәлә, оҙаҡ уйланғандан һуң, малай уҡытыусыға әлеге иншаһын кире тотоп барған: “Икеле”геҙ ҡалһын, мин дә хыялымды үҙемдә ҡалдырам...”
...Йылдар үткән. Шәхси биләмәһендәге матур ергә ял итергә килгән кешеләргә ҡыуанып ҡарап ултырған хужа, бер төркөм уҡыусыларҙы күреп, уларға табан юлланған. Шул саҡ бер баланың сағыу тауышы яңғыраған: “Киләсәктә минең дә ошондай ҙур биләмәм, аттарым буласаҡ! Бынауындай иркен өйҙә йәшәйәсәкмен! Биләмәмдә балалар өсөн лагерь ҙа асырмын!..” Яуап урынына ҡәнәғәтһеҙ уҫал тауыш ишетелгән: “Булмаҫтайҙы һөйләп торма! Көсөңдән килмәйәсәк!” Балаларҙы экскурсияға алып килгән өлкән йәштәге апайҙы күргәс, биләмә хужаһының йөрәге “жыу” итеп ҡалған: үҙенең элекке уҡытыусыһы бит! Мәктәптә һаман эшләп йөрөй икән. Тиҫтә йылдар дауамында күпме уҡыусының хыялын юҡ иткәндер ул...
– Ысынлап теләйһең икән, уйлағандарың, һис шикһеҙ, тормошҡа ашасаҡ! – тип йәһәт кенә теге малайҙың янына килеп, яурынына ҡулын һалған биләмә хужаһы. – Хыялһыҙ кеше – ҡанатһыҙ. Теләк-ниәтең көслө, изге булһа, Аллаһ бәрәкәтен бирә ул...
Эйе, балаларҙың хыялына ҡарата иғтибарлы булырға кәрәк, уны бер һүндерһәң, аҙаҡ кире ҡабыҙа алмауың да ихтимал.
Әле сығарылыш класс уҡыусыларының оло тормошҡа аяҡ баҫҡан сағы. Уларҙың теләктәренә ҡаршы килеп, үҙҙәре оҡшатмаған һөнәрҙе һайлатыуҙан һаҡ булайыҡ. Мосолмандың иң ҙур бурыстарының береһе – балаға ҡарата иғтибар, уға күркәм тәрбиә биреү, тиелә динебеҙҙә.
Дилбәр ИШМОРАТОВА