Башҡортостан
+21 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иман
5 Июнь , 23:20

Тыныс йоҡо! Онотмағыҙ: беренсе ҡатын – иң ҡәҙерлеһе

Бер солтандың дүрт ҡатыны булған. Ул иң йәш, иң иркә дүртенсе ҡатынын бөтәһенән дә нығыраҡ яратҡан. Солтан уға ҡиммәтле бүләктәр, затлы күлдәктәр, аҫыл биҙәүестәр һатып алырға аҡса йәлләмәгән...

Тыныс йоҡо! Онотмағыҙ: беренсе ҡатын – иң ҡәҙерлеһе
Тыныс йоҡо! Онотмағыҙ: беренсе ҡатын – иң ҡәҙерлеһе

Солтан иң сибәре булған өсөнсө ҡатынын да яратҡан. Сит илдәргә барырға тура килһә, ул башҡалар ҙа һоҡланһын өсөн һәр ваҡыт уны үҙе менән алып йөрөгән.

Солтан хәйләгә оҫта, аҫтыртын мәкер ҡорорға яратҡан икенсе ҡатынын да һөйгән. Аҡыллы, сабыр был ханым ил етәксеһенең ышаныслы кешеһе лә булған. Ниндәйҙер проблема тыуһа, солтан уны тик икенсе ҡатынына ышанып һәйләгән һәм уныһы ауыр хәлдән сығыу юлдарын өйрәткән.

Солтандың беренсе ҡатыны иң ҡарты булған, һәм ул үлгән ағаһынан мираҫҡа ҡалған. Был ҡатын иренә тоғро хеҙмәт иткән һәм ғаиләнең генә түгел, бөтә илдең байлығын һаҡлау һәм арттырыу өсөн барыһын да эшләгән. Шуға ҡарамаҫтан, солтан уны яратмаған, улай ғына түгел, бөтөнләй иғтибар бүлмәгән.

Бер ваҡыт солтан ауырыған. Ул тормошо тураһында уйланып ятҡан. “Әле минең дүрт ҡатыным бар, әгәр үлә-нитә ҡалһам, бер үҙем генә буласаҡмын”. Ул дүртенсе ҡатынынан һораған: Мин һине бөтәһенән нығыраҡ яратам. Һиңә иң ҡиммәтле бүләктәр яһаным, һине бөтәһенән дә нығыраҡ ҡәҙерләнем.

- Хәҙер үләм инде. Һин дә минең арттан теге донъяға китергә ризаһыңмы?
- Уйлама ла! – тип ҡысҡырған йәш ҡатын һәм тиҙерәк сығып китеү яғын ҡараған. Уның һүҙҙәре ирҙең йөрәгенә хәнйәр кеүек ҡаҙалған.

Ҡайғылы солтан өсөнсө ҡатынын саҡырған.
- Мин ғүмерем буйы һинең матурлығыңа һоҡландым. Хәҙер, мин үлергә йыйынғанда, һин дә артымдан китергә ризамы?
- Юҡ, тормош шундай матур, ниңә мин дә үлергә тейеш әле,мин тағы кейәүгә сығасаҡмын! – тигән өсөнсө ҡатыны. Солтандың йөрәге ярыла яҙған, әммә уның әле икенсе ҡатынына өмөтө булған.

- Һин һәр ваҡыт минең тоғро ярҙамсым булдың, бер ҡасан да яңғыҙымды ҡалдырманың. Был юлы ла минең менән китергә ризаһыңмы? – тип һораған ул икенсеһенән.
- Бик йәл, тик был юлы мин һиңә ярҙам итә алмайым, әммә урын-еренә еткереп ерләргә вәғәҙә бирәм, - тигән ҡатыны.
Уның һүҙҙәре солтанға йәшен атҡандай тәьҫир иткән. Шул мәлдә ул тауыш ишеткән:

- Мин һинең менән китәм, солтаным, һин ҡайҙа барһаң – мин дә аҙаҡҡаса шунда!
Солтан әйләнеп ҡараһа — беренсе ҡатынын күргән, ул хатта ҡайғырыуҙан шул тиклем йонсоған оло ҡатынын саҡ таныған. “Миңә хәлемдән килгән саҡта һиңә иғтибарлыраҡ булырға кәрәк булған”, - тип кенә әйтә алған солтан.

* * *
Беҙҙең һәр беребеҙҙең дүрт ҡатыны бар.
Беҙҙең дүртенсе ҡатын – тәнебеҙ. Уны йәш, матур итеп тотоу өсөн күпме көс һалыуыбыҙға ҡарамай ул барыбер беҙҙе ташлап китә.

Беҙҙең өсөнсө ҡатын – эшебеҙ, карьера, йәмғиәттәге хәлебеҙ, аҡса, байлыҡ. Беҙ үлгәс, улар икенсе кешеләргә күсә.

Беҙҙең икенсе ҡатын – ғаилә, туғандар. Улар беҙгә фани донъяла ни тиклем ярҙам итеүҙәре мөһим түгел, беҙ үлгәс, тейешенсә ер ҡуйынына тапшырыу уларҙан тора.

Беҙҙең беренсе ҡатын – күңелебеҙ. Уңыш, дан, байлыҡ һәм кинәнес-йыуаныстар артынан ҡыуып, беҙ йыш ҡына күңелебеҙҙе инҡар итәбеҙ. Шуға ҡарамаҫтан, бары тик күңел беҙҙе аҙаҡҡаса ташламай. Йәш, матур, һау сағығыҙҙа күңелегеҙҙе хәстәр һәм иғтибарҙан мәхрүм итмәгеҙ!

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас в