Бөтә яңылыҡтар
Иман
6 Июнь 2022, 23:00

Мораҡта - мосолмандар йыйыны

Исламды ҡабул итеүҙең 1100 йыллығына арналған байрам нисек үтте?

Мораҡта - мосолмандар йыйыны
Мораҡта - мосолмандар йыйыны

Күгәрсен районының Мораҡ ауылы янындағы һабантуй яланында Ислам динен ҡабул итеүҙең 1100 йыллығына арналған сара үтте. Унда Мәләүез, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Ейәнсура, Йылайыр, Бөрйән райондарынан теләге булған мосолмандарҙың барыһы ла ҡатнашты.

Сәләмләү һүҙҙәре менән Күгәрсен районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлгөнә Абдуллина, Башҡортостан мосолмандары Үҙәк диниә назаратының райондар менән эшләү буйынса бүлеге етәксеһе Радик хәҙрәт Мираҫов, республиканың көньяҡ райондары ахуны Рәсүл хәҙрәт Янбаев сығыш яһаны. Имамдар үҙ сығыштарында Исламды ҡабул итеү, вәғәз һөйләү тарихы тураһында бәйән итте.

Сараның программаһы бай ине. Төрлө тирмәләрҙә яулыҡ бәйләү, уҡ атыу, һөйләү һәләте буйынса оҫталыҡ дәрестәре һәм балалар араһында Ҡөрьән уҡыу буйынса конкурстар ойошторолдо. Аттракциондар эшләне, сауҙа ойошторолдо.

Төшкө намаҙҙан һуң сараға йомғаҡ яһалды.

Мосолмандар йыйыны кешеләргә аң-белем тупларға ғына түгел, ә танышыу, берләшеү, яңы белем алыу, рухи яҡтан байыу мөмкинлеге бирҙе.

Фото: Күгәрсен районы хакимиәте.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: