Бөтә яңылыҡтар
Иман
11 Июнь 2022, 07:00

Йоҡонан уянғас уҡыла торған доға

"Кем ошо һүҙҙәрҙе әйтә, шуның бәләкәй гонаһтары һәм яҙыҡ эштәре ғәфү ителер. Кем ошо доғанан һуң Аллаһтан ниҙер һораһа, уға һорағаны бирелер", - тиелә хәҙистәрҙә. Йоҡонан уянғас уҡыла торған доға - яҙмала.

Йоҡонан уянғас уҡыла торған доға
Йоҡонан уянғас уҡыла торған доға

"Лә иләһә иллә-Ллаһү үәхдәһү лә шәрикә ләһ, ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмд, үә һүә ғәлә күлли шәйьин ҡадир. Сүбхәнә-Ллаһи үәл-хәмдү ли-Лләһи үә лә иләһә иллә-Ллаһү үә-Ллаһү әкбәр. Үә лә хәүлә үә лә ҡүүәтә иллә би-Лләһил-ғәлиййил-ғәҙыим. Рабби-ғфир ли".

Тәржемәһе: "Аллаһтан башҡа илаһ юҡ, Ул - берәү, Уға тиңдәш юҡ! Батшалыҡ - Уныҡы, маҡтауҙар - Уға, һәм Ул һәр нәмәгә ҡөҙрәтле! Аллаһҡа дан, Аллаһҡа маҡтау, Аллаһтан башҡа илаһ юҡ, Аллаһ иң бөйөгө! Бөтә көс һәм ҡеүәт тик Аллаһта, Ул - Юғары, Олуғ! Раббым, мине ғәфү ит!"

Ышаныслы хәҙистәрҙә билдәләнеүенсә, кем ошо һүҙҙәрҙе әйтә, шуның бәләкәй гонаһтары һәм яҙыҡ эштәре ғәфү ителер (ҙур гонаһтар өсөн иһә айырым тәүбә кәрәк). Кем ошо доғанан һуң Аллаһтан нимәлер һораһа, уға һорағаны бирелер, ә тороп, тәһәрәт алып, намаҙ уҡыһа - намаҙы ҡабул булыр.

Сығанаҡ: Әл-Бохари, Ибн Мәджәһ хәҙис йыйынтыҡтарынан.

Фгото: https://vk.com/vk.hawa

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: