Башҡортостан
+21 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иман
21 Июнь , 21:45

Ислам цивилизацияһы үҙәгенә – башҡорт телендәге Ҡөрьән

Архитектура-мәҙәни комплексында Ҡөрьәндең төрлө телдәргә тәржемәләре һаҡланасаҡ.

Ислам цивилизацияһы үҙәгенә – башҡорт телендәге Ҡөрьән
Ислам цивилизацияһы үҙәгенә – башҡорт телендәге Ҡөрьән

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадранов етәкселегендәге рәсми делегация Үзбәкстан Республикаһында төҙөлгән Ислам цивилизацияһы үҙәгенә башҡорт телендәге Ҡөрьәнде бүләк итте.

Архитектура-мәҙәниәт комплексы Урта Азияла ислам диненең таралыу тарихы менән таныштырасаҡ. Дини академия һәм китапхана урынлашасаҡ. Ҡөрьәндең төрлө телдәргә тәржемәләре һаҡланасаҡ. Был коллекцияны хәҙер башҡорт телендәге изге яҙма – Ҡөрьән тулыландырҙы.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас в