Бөтә яңылыҡтар
Иман
21 Июнь 2022, 21:00

Усман Ҡөрьәне күсермәһе Өфөлә һаҡланасаҡ

Был йәһәттән республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов Үзбәкстанда һөйләшеү алып барҙы.

Усман Ҡөрьәне күсермәһе Өфөлә һаҡланасаҡ
Усман Ҡөрьәне күсермәһе Өфөлә һаҡланасаҡ

Башҡортостандың рәсми делегацияһы Үзбәкстанға барған саҡта Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов Үзбәкстан мосолмандарының дини идаралығында Усман Ҡөрьәне күсермәһен Өфөгә тапшырыу тураһында һөйләшеү алып барҙы.

1918 йыл башында Усман Ҡөрьәне Бөтә Рәсәй мосолмандар советына тапшырылып, Өфөгә килтерелә. 1923 йылдың июнендә мосолман руханиҙары съезында изге Ғосман Ҡөрьәнен Төркөстан Республикаһы талабы буйынса уларҙың мосолмандарына биреү мәсьәләһе ҡарала. Мөфтөй, шулай уҡ Ташкент, Әстрхан һәм Мәскәү дини идаралыҡтары ағзаларынан торған комиссия төҙөлә. Рәйесе итеп Риза Фәхретдинов тәғәйенләнә. 1923 йылдың авгусында Усман Ҡөрьәне махсус вагонда Ташкентҡа оҙатыла. Өфөгә ҡайтҡас, Риза Фәхретдинов “Ғосман Ҡөрьәнен ҡайтарып биреү эше буйынса Сәмәрҡәндкә сәйәхәт” исемле әҫәр яҙа.

Әле боронғо яҙма Ташкенттағы Хәҙрәти Имам ансамбленә ингән Муйи Мөбәрәк мәҙрәсәһендә. Алдан килешеү буйынса, Ҡөрьәнде донъяға киң билдәле каллиграф Хәбибулла Сәлих ҡулдан күсереп яҙасаҡ һәм изге яҙма Өфөлә төҙөлгән Евразия китапханаһында һаҡланасаҡ.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Усман Ҡөрьәне күсермәһе Өфөлә һаҡланасаҡ
Усман Ҡөрьәне күсермәһе Өфөлә һаҡланасаҡ
Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас: