Бөтә яңылыҡтар
Иман
24 Июнь 2022, 15:33

Ҡорбанға мал һуям тиһәң...

"Башинформ" МА
Фото:"Башинформ" МА

9, 10, 11 июлдә үтәсәк Ҡорбан байрамы алдынан бешмә, бруцеллез һәм башҡа сирҙәр таралған илдәрҙән, субъекттарҙан ваҡ мал килтереү хәүефе арта. Ошоно күҙ уңында тотоп, карантин сараларын үткән хайуандарҙы ғына ҡабул итергә, малды фәҡәт ветеринар хеҙмәттәр контролендә махсус майҙандарҙа һуйырға ҡарар ҡылынды.

Башҡортостандың Ветеринария идаралығы сайтында был йәһәттән халыҡ өсөн иҫкәрмә һәм тәҡдимдәр баҫылып сыҡты.

* Малды махсус һуйыу пункттарында, майҙансыҡтарҙа ғына салырға рөхсәт ителә. Был эш барышында шәхси гигиена ҡағиҙәләре теүәл үтәлергә тейеш.

* Биологик ҡалдыҡтарҙы (мөгөҙ, тояҡ, тире һ.б.) яғырға. Был талап Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының 2020 йылдың 26 октябрендәге 626-сы бойороғо нигеҙендә раҫланған Биологик ҡалдыҡтарҙы йыйыу, утилләштереү һәм юҡ итеү ветеринар-санитар ҡағиҙәләренә ярашлы ҡуйыла.

* Биологик ҡалдыҡтарҙы көн дә файҙаланылған сүп-сар контейнерҙарына, ҡыйлыҡтарға, күмеү өсөн полигондарға ташлау ҡәтғи тыйыла.

* Был йәһәттән бар яуаплылыҡ мал һуйған кешенең үҙенә йөкмәтелә. Биологик ҡалдыҡтар мотлаҡ дәүләт ветеринария хеҙмәте вәкилдәре контролендә утилләштерелергә тейеш.

Үрҙә әйтелгән талаптар үтәлмәгән осраҡта, граждандар административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.

Мал һуйыуға бәйле тыуған һорауҙар менән Башҡортостандың ветеринария идаралығына ошо телефон буйынса шылтыратырға мөмкин: 8 800 77 55 828.

Читайте нас: