Хаж ҡылыу – Исламдың бер терәге. Сәфәр Ҡорбан байрамы алдынан башлана, мосолмандар ғәйетте шунда үткәрә, хаждың барлыҡ фарыз ғәмәлдәрен үтәй.
Хаж ҡылыу өсөн әҙәм балаһының матди хәле етергә тейеш: юл, йәшәү өсөн сығымдарҙы ҡапларға кәрәк, өйөндә ҡалған ғаилә ағзаларының был мәлдә мохтажлыҡ кисермәүе мөһим. Өҫтәүенә йыраҡ сәфәргә сыҡҡанда, сәләмәтлек мөмкинлектәрен күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай.
Исламдың был терәге мосолмандан күп көс талап итә. Ауырлыҡтың тәүгеһе – юлдың алыҫлығы. “Сәфәр – ғазаптың бер өлөшө”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең бер хәҙисендә. Икенсенән, хаж ултырып ҡына ҡылына торған ғибәҙәт түгел: бик күп йөрөргә тура килә. Юлға сығыр алдынан сәфәрҙең ҡағиҙәләрен, фарыздарын, сөннәттәрен ныҡлап өйрәнергә, белгәндәрҙән һорашырға кәрәк. Һис ни тураһында хәбәрҙар булмай барып төшәһең икән, бәғзе ауырлыҡтар тыуыуы ихтимал.
Изге сәфәр әҙәм балаһын һәр яҡлап тәрбиәләй. Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә өмөт итеп, хаж ғибәҙәтен үтәгән кеше яңы тыуған шикелле гонаһтан паклана, уның күңеле, рухы яҡтыра. Элек был ғәмәлде атҡарып ҡайтҡандарҙың күбеһе халыҡтың яҡын кәңәшсеһенә, фекер биреүсеһенә, рухи етәксеһенә әйләнгән, ғилем бирә башлаған, иман йорттары төҙөгән. Хәҙерге хажиҙарыбыҙ ҙа иманлы ата-бабабыҙҙың изге юлын дауам итер, халҡыбыҙ, милләтебеҙ, телебеҙ мәнфәғәтендә хеҙмәт күрһәтер, иншаллаһ.
Дилбәр ИШМОРАТОВА