Бөтә яңылыҡтар
Иман
7 Июль 2022, 23:00

Иртәгә ураҙа тотоу яҡшы

Бөгөн ҡояш байығас, Ғәрәфәт башланды. "Был көндә тотолған ураҙа ике йыл дауамында йыйылған гонаһтарҙы ярлыҡарға етәрлек сауап килтерер", - тигән Пәйғәмбәребеҙ.

Иртәгә ураҙа тотоу яҡшы
Иртәгә ураҙа тотоу яҡшы

Билдәле булыуынса, быйыл Ҡорбан ғәйете 9, 10, 11 июлдә буласаҡ. 8 июлдә иһә - Ғәрәфәт. Ул бөгөн ҡояш байыу менән инде.

Ғәрәфәт тураһында пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм бер хәҙисендә: "Был көндә тотолған ураҙа ике йыл дауамында йыйылған гонаһтарҙы ярлыҡарға етәрлек сауап килтерер", - тигән.

Был көндә хаж сәфәрендәге кешеләр Ғәрәфәт тауы үҙәнендә төшкө намаҙ мәленән алып ҡояш батҡанға тиклем доғалар уҡый, теләктәр теләй. Ғәрәфәт көнөндә йыуынып, пакланып, Ҡорбан ғәйетен тән һәм йән таҙалығында ҡаршы алыу зарур, тиелә дини китаптарҙа. 

Изге көндә һәммәбеҙ ҙә яҡты уй-ниәттә, изге теләктә булайыҡ. Саҙаҡа өләшеү, атай-әсәйебеҙгә, балаларға, туғандарға ҡарата яҡшы мөнәсәбәт, Ҡөрьән уҡыу, бүләктәр өләшеү, насар ғәҙәттәрҙән арынырға ынтылыу, тәүбәгә килеү - барыһы ла оло сауап. Ҡорбан ғәйетен матур ҡаршыларға яҙһын!

Фото: stishi.ru

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: