"Аңлатабыҙ. Башҡортостан" командаһы барлыҡ мосолмандарҙы иң мөһим байрамдарҙың береһе – Ҡорбан ғәйете менән ҡотлап, мөхәббәт, шәфҡәтлелек, именлек һәм һаулыҡ теләй.
"Рәсми саралар һәм байрам намаҙы иртәгә, 9 июлдә, була. Башҡортостанда был көн рәсми рәүештә ял көнө тип иғлан ителгән. Байрам шәмбегә тура килеү сәбәпле, дүшәмбе, 11 июль, ял итәбеҙ.
Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының барлыҡ мәсеттәрендә байрам намаҙы уҡыла. Өфө ҡалаһы мәсеттәрендә ғибәҙәт ҡылыу ваҡыты һүрәттәрҙә бирелгән. Сығанаҡ: https://vk.com/dumrb?w=wall-178900207_2691
Уңайлы булһын өсөн мосолмандарҙың Диниә назараты ҡарамағында kurban-online.ru сайты эшләй, унда теләгән һәр кем үҙ исеменән ҡорбанға заказ бирә ала.
Райондарҙа ҡорбан салыу урындары хаҡында имам-мөхтәсибтәрҙән белергә мөмкин. Изге байрамдың төп ҡағиҙәләрен һәм республика райондарындағы имам-мөхтәсибтәрҙең телефондарын ошонда ҡарай алаһығыҙ: https://vk.com/dumrb?w=wall-178900207_2617", - тиелә яҙмала.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Фото: vk.com/wall-210976796_959
Сығанаҡ: vk.com/wall-210976796_959