Һөйөнөгөҙ, дуҫҡайҙарым!
Байрам бөгөн, Ҡорбан бөгөн;
Һәр мосолман ҡәлбенә байрам
ҡошо ҡунған бөгөн.
Һайрай ул ҡош: “Аллаһ әкбәр,
Аллаһ әкбәр!” – тип ҡуя.
“Һөй, мосолман, байрамыңды –
Аллаһ яҡлар!” – тип ҡуя.
Шәйехзада Бабич үҙенең “Ғәйет Ҡорбан” шиғырында изге ғәйеттәге хис-тойғоно тулыһынса әйтеп бирә. Йөрәктәргә байрам ҡошо ҡундырған байрамды иртәгә, 9 июлдә, ҡаршылайбыҙ. Ғәйет өс көн дауам итә.
“Ҡорбан” һүҙе яҡын булыу тигән төшөнсәне бирә. Йәғни Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенән алыҫ тормау, уға өлгәшергә ынтылыу. Ҡорбан салыуҙың тарихы бик тәрәндә ята. Мәғлүм булыуынса, был ғәмәлде иң беренсе Әҙәм ғәләйһис-сәләмдең улдары Ҡабил менән Һабил атҡара. Тәүгеһе эште бар күңелен биреп, тырышып башҡарғанлыҡтан, ҡорбаны ҡабул була. Ихласлыҡ һалмаған Һабилдыҡы иһә киреһенсә килеп сыға.
Ҡорбан салыу Ибраһим ғәләйһис-сәләм йәшәгән осорға ла килеп тоташа. “Әгәр ҙә ки Аллаһ Тәғәлә миңә малай бүләк итһә, был баламды ҡорбан итеп салырмын”, – тип нәҙер әйтә пәйғәмбәр. Йылдар үткәс, улы Исмәғил донъяға килә. Ир бала атаһы менән бергә йөрөрлөк йәшкә еткәс, Аллаһ Тәғәлә Ибраһим ғәләйһис-сәләмдең төшөнә инеп, өс мәртәбә нәҙерен иҫенә төшөрә. Пәйғәмбәр улын ҡорбан итеп салыу өсөн әле халыҡ хаж ҡылған Минаға алып бара. “Эй, улым, – ти. – Мин Аллаһ Тәғәләнең бойороғон үтәйем, һине ҡорбан итеп салырға тейешмен”. Исмәғил атаһына ҡаршы килмәй. “Аллаһтың бойороғон үтә”, – ти, ләкин уны ҡорбан итеп салам тигәндә, бысаҡ үтмәй ҙә ҡуя. Шул саҡ Аллаһ Тәғәлә күктән ҡуй тәкәһен ебәрә. Ошо мал ҡорбан итеп салына. Әл-хәмдү лил-ләһ, был ғибәҙәт дауам итә.
Хаҡ Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә инаныуҙы, йомартлыҡты сағылдыра ҡорбан салыу. Изге ғәмәлде башҡарған кеше Аллаһ алдында ҙур сауапҡа өлгәшә. Ҡорбан салыуҙың, ошо уңайҙан Ҡөрьән уҡытыуҙың ғаилә өсөн бәрәкәте иҫәпһеҙ-хисапһыҙ. Йортобоҙ, күңелебеҙ нурға күмелә, балаларыбыҙ, туғандарыбыҙ дингә яҡынлай, доға мәрхүмдәрҙең рухын яҡтырта.
Изге ғәйет көндәрендә игелектәребеҙ ишәйә, иманыбыҙ яңыра, күңелдә мәрхәмәт, килер көндәргә ышаныс арта. Мосолмандар мәжлестәр уҙғара, бүләктәр бирешә. Туғандар, яҡындар менән күрешеү үҙ сиратында тормошҡа ҙур бәрәкәт бирә. Мәғлүм булыуынса, әлеге мөбәрәк зөлхизә айы – хаж ҡылыу мәле лә. Был ғәмәл – Исламдың бишенсе терәге. Аллаһ Тәғәлә уны үтәргә бойорған икән, тимәк, нигеҙендә бөйөк хикмәт ята.
“Мосолман башҡа ҡәрҙәшенә тел менән дә, ҡул көсө аша ла зыян килтермәҫ”, – тип өйрәтә динебеҙ. Ул мәрхәмәтлелеге, шәфҡәтлелеге менән айырылып тора, ризығынан фәҡирҙәргә өлөш сығара, яҡшы кәңәш-фекере аша эргә-тирәһендәгеләрҙең күңелен үҫтереп йәшәй. Иншаллаһ, ошо күркәм сифаттар Ҡорбан ғәйетендә тағы ла артһын, йөҙҙәрҙәге иман нуры сағыуыраҡ балҡыһын. Мәсеттәргә халыҡ эркелеп килһен, һәр ауыл-ҡала аҙан тауыштарына күмелһен. Аллаһ Тәғәлә бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, күркәм һүҙ-теләк аша йөрәктәргә дәрт, ышаныс өҫтәп йәшәргә насип ҡылһын. Донъябыҙ имен, аралағы мөнәсәбәттәребеҙ татыу, көндәребеҙ тыныс торһон.
Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!
Дилбәр ИШМОРАТОВА