Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иман
9 Июль , 14:00

"Бөгөн барыбыҙ ҙа доға ҡылабыҙ"

Радий Хәбиров ғәйет намаҙында ҡатнашты.

"Бөгөн барыбыҙ ҙа доға ҡылабыҙ"
"Бөгөн барыбыҙ ҙа доға ҡылабыҙ"

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Ләлә” мәсетендә булды. Бында, республиканың башҡа иман йорттарындағы кеүек үк, Ҡорбан байрамы уңайынан байрам вәғәзе үтте. Уны Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин үткәрҙе.

Республика етәксеһе мосолмандарҙы байрам менән ҡотланы, ғәйет намаҙында ҡатнашты һәм диндарҙар менән аралашты.

– Хөрмәтле Юғары мөфтөй Тәлғәт хәҙрәт! Ҡәҙерле мосолман ҡәрҙәштәр! Һеҙҙе изге Ҡорбан байрамы менән ихлас ҡотлайым! Был көндә беҙ ғаиләләр менән йыйылабыҙ, йортобоҙға килгән һәр ҡунаҡҡа ҡыуанабыҙ, мохтаждарға ярҙам итергә тейешбеҙ. Балаларыбыҙ һаулығы өсөн доға ҡылабыҙ, ата-әсәйҙәрҙе иҫкә алабыҙ һәм уларҙың һаулығы йәки рухы өсөн доғалар уҡыйбыҙ. Шулай уҡ был көндә бөйөк илебеҙҙең имен булыуын, Рәсәй Президенты Владимир Путинға һаулыҡ теләйбеҙ. Беҙҙең Юғары мөфтөйөбөҙ, хөрмәтле Тәлғәт хәҙрәттең сәләмәтлеге өсөн дә доға ҡылабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Был көндә мин Рәсәйҙән, Башҡортостандан Украиналағы фашизмға ҡаршы көрәшкән меңәрләгән егеттәребеҙ өсөн дә доға ҡылам. Һәм, әлбиттә, республикабыҙҙың Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр батальоны хәрбиҙәренә лә именлек теләйбеҙ. Әле улар хәрби әҙерлек үтә һәм оҙаҡламай илебеҙҙе яҡларға китәсәк.

Радий Фәрит улы һәр кемгә тыныслыҡ, именлек, бәхет теләне.  

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в