Бөтә яңылыҡтар
Иман
9 Июль 2022, 10:00

Изге байрамығыҙ менән, мосолмандар!

Игорь Комаров Волга буйы федераль округында йәшәгәндәрҙе Ҡорбан ғәйете менән ҡотланы. 

Изге байрамығыҙ менән, мосолмандар!
Изге байрамығыҙ менән, мосолмандар!

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров республика мосолмандарын Ҡорбан байрамы менән тәбрикләү хаты ебәргән.

“Хөрмәтле Волга буйы федераль округы халҡы, Һеҙҙе Ҡорбан байрамы менән ҡотлайым.

Был ғәйет – мосолмандарҙа иң оло байрамдарҙың береһе, уны иң яҡын һәм туған кешеләр менән билдәләү ҡабул ителгән. Был көндә дин тотоусылар мохтаждарға ҙур теләк менән ярҙам итә, мәрхүмдәрҙе иҫкә ала.

Ҡорбан байрамы йөҙәр йылдар дауамында мосолман йолаларына ихтирам тәрбиәләй, Волга буйы федераль округының барлыҡ төбәктәрендә лә үҙ-ара аңлашыуға, толерантлыҡҡа, милләт-ара татыулыҡты, дуҫлыҡты нығытыуға булышлыҡ итә.

Барлыҡ конфессиялар вәкилдәре араһындағы яҡшы бәйләнештәр артабан да илебеҙ берҙәмлегенең, үҫешенең ышаныслы терәге булыр, тип ышанам.

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ, именлек, изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем!” – тиелә ҡотлауҙа.

Фото: Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округы.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: