Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иман
9 Июль , 11:00

"Мосолмандарыбыҙ халыҡтар дуҫлығын нығытыуға ҙур өлөш индерә"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтан - Ҡорбан байрамы уңайынан ҡотлау.

"Мосолмандарыбыҙ халыҡтар дуҫлығын нығытыуға ҙур өлөш индерә"
"Мосолмандарыбыҙ халыҡтар дуҫлығын нығытыуға ҙур өлөш индерә"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика мосолмандарын Ҡорбан байрамы менән тәбрикләне.

“Хөрмәтле Башҡортостан Республикаһы мосолмандары!

Һеҙҙе Ҡорбан байрамы менән ихлас ҡотлайым!

Был байрам традицион Исламдың күп быуатлыҡ ҡиммәттәрен, мосолман донъяһының боронғо тарихын һәм бөйөк мәҙәниәтен сағылдыра, күңелдәргә изгелек, яҡтылыҡҡа ынтылыш һала.

Башҡортостандың мосолман өммәте республикабыҙҙың төрлө халыҡтары, конфессиялары вәкилдәренең үҙ-ара дуҫлығын, хеҙмәттәшлеген нығытыуға мөһим өлөш индерә. Яңы мәсеттәр төҙөлә, буласаҡ муллалар әҙерләнә. Йәштәрҙең дини белемен арттырыуға ҙур иғтибар бүленә. Бөгөнгө ҡатмарлы һынауҙар ваҡытында мосолмандар, башҡа конфессия вәкилдәре кеүек үк, бер тауыштан Донбасстағы туғандаш халҡыбыҙға ярҙам күрһәтә.

Ҡорбан байрамы беҙҙе изге эштәр ҡылыуға, көндәлек тормошта шәфҡәтлелек һәм изгелек күрһәтеүгә йүнәлтһен.

Һеҙгә һаулыҡ, тыныслыҡ, татыулыҡ һәм берҙәмлек, Ватаныбыҙ хаҡына хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров”, – тиелә ҡотлауҙа.

Радий Хәбиров мосолмандарҙы социаль селтәрҙәр аша ла ҡотланы. “Беҙ был көндө доғалар менән ҡаршылайбыҙ. Байрамды туғандарыбыҙ һәм яҡындарыбыҙ менән бергә үткәрергә тырышабыҙ, изгелек өләшәбеҙ, мохтаждарға ярҙам итәбеҙ.

Башҡортостан менән Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтар берҙәмлеге – беҙҙең төп байлығыбыҙ. Һәм һәр ваҡыт шулай булып ҡала. Ошо изге көндә һеҙгә һаулыҡ, бәхет, йорттарығыҙға именлек теләйем! Ҡорбан байрамы мөбәрәк булһын!” – тине ул.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в