

Баймаҡ районының Аҡморон ауылында яңы мәсеткә нигеҙ һалына башланы. Иман йорто төҙөү тураһында ҡарар урындағы халыҡ йыйылышында ҡабул ителгән.
"Яңы мәсет майҙаны 180 квадрат метр, бина газ-бетон блоктарынан һалына. Күп быуатлыҡ традицияға ярашлы, иман йорто мосолмандарҙы туплау урыны булып тора. Был мәсеттә лә вәғәздәрҙә изгелеккә, тыныслыҡҡа, татыулыҡҡа, шәфҡәтлелеккә саҡырыуҙар яңғыраясаҡ!" - тип яҙған "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев.
Мәсет ауыл халҡы күңелендәге иманды тағы ла арттырһын, тормоштарына ырыҫ-бәрәкәт бирһен!
Сығанаҡ: https://vk.com/fanisaminev