“Һине юҡтан бар итеп яралтҡан Аллаһ Тәғәләнең исеменән уҡы!” Шулай башлана “Ҡөрьән Кәрим”дәге тәүге аят. Бойороҡ һөйкәлешендәге ҡылымға оло мәғәнә һалынған, уның аша белемдең юғары ҡиммәте, әһәмиәте төшөндөрөлгән.
Ғилем – әҙәм балаһындағы барлыҡ күркәм сифаттарҙың нигеҙе. Исламда ул – иң юғары төшөнсәләрҙең береһе. Ҡөрьәндә лә, хәҙистәрҙә лә белемдең баһаһы күп мәртәбә тәҡрарланған, ғилемгә, үҫешкә ынтылмағандың иманһыҙға яҡын тороуы билдәләнгән, бындай күренештәрҙе бөтөрөү юлдары күрһәтелгән. “Мосолмандың наҙан булыуы ярай торған эш түгел, – тигән, мәҫәлән, Ғүмәр бин Хаттаб. – Белгәндәр өйрәтергә, белмәгәндәр өйрәнергә тейеш”.
Тормоштоң “асҡысы” булараҡ, ғилем тәү сиратта яҡшы, мул, имен йәшәүгә нигеҙ һала. Дини белемгә килгәндә, уның бөгөнгө йәмғиәт вәкилдәренә дөрөҫ юл күрһәтеү йәһәтенән әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Халҡыбыҙҙа күпселектең был ғилем нигеҙҙәренә тәүләп төшөнә башлауы бурысты икеләтә арттыра. Ошоно күҙ уңында тотоп, республикабыҙҙың дини мәғариф учреждениеларында уҡытыу сифатын күтәреүгә, халыҡты үҙенә күберәк йәлеп итеүгә ынтылыш артҡандан-арта.
Күптән түгел республикабыҙҙағы киң билдәле дини белем биреү учреждениеһында – Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам колледжында (“Ғәлиә” мәҙрәсәһе) сираттағы сығарылыш тантанаһы үтте: дүрт йыл дауамында белем туплаған ике тиҫтәнән ашыу шәкерткә диплом тапшырылды. Уларҙың күбеһе төбәгебеҙ ауылдары мәсеттәрендә имамлыҡ бурысын атҡара.
– Ғилемде бишектән алып гүргә кергәнсә өйрән, тигән Пәйғәмбәребеҙ. Тимәк, белем алыуҙа сик юҡ. Ошо сөннәтте бергәләп үтәргә тырышабыҙ – барығыҙға ла ҙур рәхмәт! – тине диплом тапшырыу тантанаһындағы сығышында имтихан комиссияһы рәйесе, Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе урынбаҫары Әйүп хәҙрәт Бибарсов. – Бөгөндән һеҙ, боронғоса әйткәндә, “указлы мулла”. Алған белемегеҙгә нигеҙләнеп, урындарҙағы тормошҡа яңы һулыш өҫтәрегеҙгә, өммәттең терәк-таянысы булырығыҙға ышанысыбыҙ ҙур. Билдәле булыуынса, әле донъяла төрлө һынауҙар артты. Ошондай мәлдә беҙгә төрлө яҡлы белем айырыуса мөһим. Һәр урында халыҡҡа төплө аңлатыу эше алып барырға кәрәк. Тап шуны күҙ уңында тотоп, дәүләтебеҙ дини, рухи үҫеште күтәреүгә ҙур йүнәлеш ала. Европала, Көнбайышта барған аҡылға һыймаҫлыҡ эштәр, боҙоҡлоҡ тәьҫиренән үҙебеҙҙең халыҡты, йәштәребеҙҙе һаҡлауға бөтә көсөбөҙҙө һалырға тейешбеҙ. Һеҙгә ярҙамға Диниә назараты тарафынан китаптар сығарылып тора, Интернет селтәрендә өҫтәмә дәрестәр ҙә алып барабыҙ, шулай уҡ йыл да квалификацияны камиллаштырыу курстары ойошторола – килегеҙ, барығыҙҙы ла көтәбеҙ. Ғөмүмән, диплом алдыҡ тип хушлашырға ашыҡмағыҙ, артабан да ғилем алыуҙы дауам итәйек.
Артабан сығыш яһаған етәкселәр һәм уҡытыусылар ҙа бәйләнештәрҙе өҙмәү теләген белдерҙе. “Һеҙ хәҙер дин юлында ҙур тәжрибәгә эйә, донъя күргәнһегеҙ. Төрлө быуын вәкилдәре менән һөйләшә беләһегеҙ. Балаларға дин нигеҙҙәрен өйрәтеү эшен киңерәк йәйелдереүҙә һеҙгә ҙур ышаныс бағлайбыҙ, – тине колледж директоры урынбаҫары Йәмил хәҙрәт Хәлирахманов. – Әле республикабыҙҙың күп урындарында йәйге мосолман лагерҙары эшләй. Балалар уларға ҡыҙыҡһынып, ҙур ынтылыш менән килә. Ошо теләктәрен һүндермәҫлек итеп, тырышып, ихлас күңелдән хеҙмәт күрһәтәйек, хөрмәтле хәҙрәттәр. Алған ғилемегеҙ хәйерле, бәрәкәтле, халҡыбыҙ, өммәтебеҙ өсөн файҙалы булһын”.
Ғәрәп теленән белем биргән Рәфис хәҙрәт Кәримов, Ҡөрьән уҡытыусыһы Илһам хәҙрәт Шәрипов, фиҡһ нигеҙҙәренә төшөндөргән Әбделғәлим хәҙрәт Мәзитов, хәҙистәрҙе өйрәткән Әбүбәкер хәҙрәт Ишбирҙин, диплом эштәренең ғилми етәксеһе, философия фәндәре докторы Урал Вилданов һәм башҡа остаздар барыһы ла имам-хатипҡа, динебеҙҙе үҫтереү менән бер рәттән, төбәктең киләсәген, именлеген, халыҡтың яҙмышын, хаҡ юлдан барыуын хәстәрләү йәһәтенән ҙур бурыс йөкмәтелгәнен билдәләне. Үҙегеҙгә лайыҡлы алмаш әҙерләргә тырышығыҙ, йәштәрҙе уҡырға ебәрегеҙ, тине улар.
– Дипломлы булғас, һеҙ тағы ла күберәк эшләргә тейешһегеҙ. Мәсеттәрҙең бурысы йома намаҙҙары, ғәйет байрамдары үткәреү генә түгел икәнен яҡшы беләһегеҙ. Иман йорттары эшмәкәрлеген үҫтереү маҡсатында хәҙер ил кимәлендә төрлө социаль проекттар бойомға ашырыла, гранттар бирелә – ошо программаларҙан ситтә ҡалмаҫһығыҙ, тип ышанабыҙ. Был тема үҙенсәлектәре лә һеҙгә дәрестәрҙә өйрәтелде. Тырышһаҡ, Аллаһ Тәғәлә ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫ, – тине, мәҫәлән, Ҡөрьән уҡытыусыһы Илһам хәҙрәт Шәрипов.
– Ауылдарҙа имамдарға элек-электән оло ихтирам менән ҡарағандар. Бындай мөнәсәбәт, әл-хәмдү лил-ләһ, ныҡлы һаҡлана, – тине бер һүҙҙән колледж етәкселәре һәм уҡытыусылары. – Аңлатыу эштәре алып барыу менән бер рәттән ауылдарығыҙҙағы тормош тураһында матбуғат баҫмаларына ла мәғлүмәттәр ебәреп тороғоҙ. Шулай уҡ мәсетегеҙҙең тарихын, диндарҙарҙың тормош юлын өйрәнегеҙ. Вәғәз кисәләре үткәрегеҙ. Һеҙ – республиканың, ауылдарҙың тарихына ҙур өлөш индереүсе, быны әле аңлап та еткермәйһегеҙҙер. Шулай уҡ туған телде һаҡлау эшендә лә терәк-таяныс күрһәтә алаһығыҙ. Тик һәр ғәмәлегеҙҙә сабырлыҡ өҫтөнлөк итһен – тупаҫлыҡ, ҡаты күңеллелек динебеҙгә хас түгел.
Диплом алып, имам-хатип, мөғәллим һөнәренә эйә булған хәҙрәттәр Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратына, Ислам колледжы етәкселәренә, уҡытыусыларына ҙур рәхмәт белдерҙе, улар бағлаған ышанысты аҡларға һүҙ бирҙе.
“Интернеттан, китаптан алынған белем аңға барыбер ҙә уҡытыусы өйрәткән кеүек ныҡлы һеңмәй. Яҡындан аралашыу мөмкинлеге биргән дәрестәргә бер ни ҙә етмәй, – тине улар. – Мәҫәлән, өс аяттан торған ҡыҫҡа ғына сүрәне бер нисә дәрес дауамында төплө өйрәнеү насип булды. Шулай уҡ ғәрәп телендәге хәрефтәрҙең һәр береһен айырым ныҡлап үҙләштерҙек. Белемдең ни тиклем киң, ҙур даръя кеүек икәненә, ә әҙәм балаһының, гүйә, шуның яры ситендә тамсылап һыу йотоп ултырған ҡош һымаҡ булыуына тағы бер тапҡыр инандыҡ. Ғилем туплауҙы, һис шикһеҙ, дауам итәсәкбеҙ”.
Ислам колледжында һуңғы йылдарҙа белем сифатына ғына түгел, матди хәлде яҡшыртыуға ла ҙур иғтибар бүленә. Ятаҡта, уҡыу кабинеттарында заманса ремонт үткәрелде, залдар яңыртылды. Бинаның тышҡы йөҙөн матурлау буйынса ла эш дауам итә. Биләмә төҙөкләндерелә.
Шул уҡ ваҡытта дини белем биреү учреждениеһы бер ваҡытта ла уҡыусыларһыҙ тормай. Әле, мәҫәлән, унда балалар өсөн йәйге курс бара. Улар дәрестә генә ултырмай, спорт менән дә шөғөлләнә, намаҙ уҡырға ла өйрәнә. Иншаллаһ, колледждағы киң яҡлы эшмәкәрлек артабан да уңышлы дауам итһен!
- Дилбәр ИШМОРАТОВА