Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иман
17 Июль , 22:15

Тәҡбир әйтеп, дауыл алып киткән ҡыҙын ҡотҡара

Сәсәниә Вәсилә Садиҡованың тәҡбир әйткәнен тыңлағыҙ һәм тексын сайттан яҙып алығыҙ.

Тәҡбир әйтеп, дауыл алып киткән ҡыҙын ҡотҡара
Тәҡбир әйтеп, дауыл алып киткән ҡыҙын ҡотҡара

Әбйәлил районының Һәйетҡол ауылынан сәсәниә. мөнәжәттәрҙе оҫта әйткән Вәсилә Садиҡованы күптәр беләлер. Яңыраҡ уның ҡыҙы Ағиҙел буйында тәбиғәттә әсәһен видеоға төшөрөп социаль сенлтәргә һалды.

Яҙмала Вәсилә апай тәҡбир әйтеүҙең көсө тураһында һөйләй. Айырыуса әле барған Зөлхизә айында бының әһәмиәте ҙур, ти. Хатта тәҡбир әйтеп, оло бәләләрҙән ҡотолоп ҡалғанына миҫалдар ҙа килтерә. Мәҫәлән, Бөрсөнсө күлендә дауыл сығып, өрөп һауа тултырылған баллон менән һыу төшкән ҡыҙҙы ярҙан алыҫҡа алып киткәндә тап ысын күңелдән тәҡбир әйтеүе бәләнән ҡотҡарыуы, икенсе юлы ошо рәүешле бесәндә көслө ямғырҙан ҡотолоп ҡалыуҙары хаҡында һөйләй.

Ә тәҡбирҙең тексы ошондай: Аллаһу әкбәр, Аллаһу әкбәр, ләә иллаһү иллалаһу, Аллаһу әкбәр, Аллаһу әкбәр, үә лиллаһил хәмд.

Фото vk.com/wall-39367561_17679

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас в