Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иман
22 Июль , 16:56

“Беләм” тиергә иртә түгелме?

Изгелек башҡалар күрһен өсөн эшләнмәй.

“Һуңғы йылдарҙа төрлө сығанаҡтарҙан динебеҙгә бәйле мәғлүмәттәрҙе өйрәндем, күп китап уҡыным. Ислам нигеҙҙәрен ныҡлы беләм. Тик тормош икенсе шул: дин ҡанундары буйынса йәшәү ауыр. Мәҫәлән, әллә күпме кешегә изгелек эшләһәм дә, күбеһенән кире “яуап” алдым...”

Ошолай тип фекерҙәре менән уртаҡ­лаш­ҡан ҡәрҙәшебеҙгә дини китаптарға, дини остаздарыбыҙҙың әйткәндәренә нигеҙләнеп кәңәш бирергә тырышабыҙ.

Эйе, әл-хәмдү лил-ләһ, дин юлына яҡынайғандарҙың арта барыуы ифрат һө­йөнөслө. Барыһы ла һүҙҙән башлана: әле­ге ҡәрҙәшебеҙ ҙә иң тәүҙә ғилем инешенә – яҙмаларға, китаптарға мөрәжәғәт иткән. Ошо урында шуны әйтеп үтергә кәрәк: бөгөн дингә бәйле мәғлүмәт ифрат күп, уларҙың ышаныслы сығанаҡтарҙан алын­ғанмы-юҡмы икәнен белеү мөһим. Айырыуса Интернет селтәрендәге бәғзе хәбәрҙәр­ҙең “аҙаштырыуы” ихтимал. Шуға ла һы­налған кешеләрҙең, урындағы имамдарҙың кәңәшенән айырылмау, һөйләгәндәренән ситкә китмәү зарур. Ниҙер аңлашылмай икән, үҙегеҙҙәге рәсми тәғәйенләнгән диндарҙарға мөрәжәғәт итегеҙ. Виртуаль донъялағы белмәгән-күрмәгән яттарҙың, хаҡ динебеҙгә ҡаршы ағымдарҙың бөтөнләй ситкә ҡайырып алып китеүе бар – уларҙан һаҡ булайыҡ.

Әлеге ҡәрҙәшебеҙ “Ислам нигеҙҙәрен ныҡлы беләм” тип ышаныслы белдергән. Бер нисә йыл эсендә ундай һөҙөмтәгә өлгә­шеү мөмкинме икән? Ғилем бит ул даръя кеүек, ә әҙәм балаһы уның ярында тамсылап һыу эскән ҡошсоҡ шикелле. Көн, сәғәт һайын туплаһаң да, белемде алып бөтөү мөмкин түгел. Әгәр ҙә бәғзе берәү ныҡлы ғилемле булыуы тураһында белдерә икән, тимәк, ул үҫеүҙән, камиллашыуҙан туҡтап ҡалған ти­гән һүҙ. Бындай белдереүҙәрҙә, күренеүенсә, тәкәбберлек тә сағыла. Ә мосолманға ундай һыҙаттар бөтөнләй хас түгел.

Ҡәрҙәшебеҙ шулай уҡ яҡшылыҡ эшләһә лә, күптәрҙең үҙенә ошондай уҡ мөнәсәбәт күрһәтмәүенә зарлана. Барыһы ла ниәткә бәйле. Әҙәм балаһы изгелекте башҡалар күрһен, баһалаһын өсөн түгел, ә ихлас күңелдән ҡылырға тейеш. Шул ваҡытта ғына ул йөрәктәргә барып етә, “емеш” бирә, үҙеңә йөҙләтә әйләнеп ҡайта.

Ошоға бәйле хикәйәттәрҙең береһен йәнә иҫкә төшөрөп үтәйек. Пәйғәмбәребеҙ нин­дәй­ҙер сәйәхәт ойоштороу өсөн халыҡтан яр­ҙам йыйырға булған. Ғәли хәҙрәт ҙур ихласлыҡ менән мөлкәтенән өлөш бүлгән. Мө­хәммәт ғәләйһис-сәләм уға тиҙ генә доға ҡылған да юлын дауам иткән. Ғосман хәҙрәткә ингән. Уныһы, хәлле кеше булараҡ, бик ҙур ярҙам күрһәткән, Пәйғәмбәребеҙ оҙаҡ итеп доға ҡылған. Быны күргән Ғәли хәҙрәт баҙап ҡалған. “Йә, Рәсүлуллаһ, ярҙамды аҙ күрһәткән өсөн миңә ҡыҫҡа ғына доға ҡылдыңмы?” – тип һораған. “Һин барыһын да ысын күңелдән, ихласлыҡ менән башҡарҙың, – тип яуап биргән Пәйғәм­бә­ребеҙ. – Аллаһ Тәғәлә уны ҡабул итте, шуға оҙаҡ доға ҡылыу ихтыяжы булманы. Ә Ғосман хәҙрәттең күңеленә “Иң күп ярҙамды мин күрһәттем, ахыры” тигән уй ингәйне. Шуның өсөн “Эй, Раббым, ҡәрҙәшебеҙҙең ярҙамын ҡабул итһәңсе” тип оҙаҡ ҡына доға ҡылырға тура килде”.

Бар ғәмәлдәребеҙ ихлас булһа, “беләм” тиергә ашыҡмай, даими ғилемгә ынтылһаҡ, өлгө күрһәтеп, башҡаларҙы ла хаҡ юлға әйҙәй алырбыҙ, иншаллаһ. Ҡөрьәндәге “Изгелек эшләүҙә бер-берегеҙ менән уҙышығыҙ, ярышып йәшәгеҙ!” тигән бойороҡто онотмайыҡ.

 Онотма!

Ғилем бит ул даръя кеүек, ә әҙәм балаһы уның ярында тамсылап һыу эскән ҡошсоҡ шикелле. Көн, сәғәт һайын туплаһаң да, белемде алып бөтөү мөмкин түгел. Әгәр ҙә бәғзе берәү ныҡлы ғилемле булыуы тураһында белдерә икән, тимәк, ул үҫеүҙән, камиллашыуҙан туҡтап ҡалған тигән һүҙ. 

Дилбәр ИШМОРАТОВА

Читайте нас в