Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иман
29 Июль , 23:00

Яңы 1444 йыл менән!

Бөгөн, ҡояш байығас, ай календары буйынса яңы йыл башланды. Мөхәррәм айына изге теләктәр, күркәм ғәмәлдәр менән аяҡ баҫайыҡ, дуҫтар.

Яңы 1444 йыл менән!
Яңы 1444 йыл менән!

Бөгөн, ҡояш байығас, ай календары буйынса яңы 1444 һижри йыл башланды. Ошо уңайҙан барығыҙҙы ла тәбрикләп, һәр ғаиләгә, өммәтебеҙгә, илебеҙгә, бар донъяға именлек теләйбеҙ.

Дини китаптарҙа яҙылыуынса, яңы йылдың тәүге көнөндә иман йорттарында вәғәздәр һөйләнелә, изге теләктәр әйтеп доғалар ҡылына.

Барыһы ла яҡшы ниәттән башланырға тейеш. Мөхәррәм айына изге теләктәр менән аяҡ баҫайыҡ. Элек яңы өйгә нигеҙ һалыуҙы, туйҙар үткәреүҙе ошо мәлгә тура килтерергә тырышҡандар. Мөхәррәм айының унынсы көнөндә Ғәшүрә көтөлә. Унда, белеүегеҙсә, ураҙа тоторға кәңәш ителә.

Яңы йылды күркәм ғәмәлдәр, изге теләктәр менән башлайыҡ, ҡәҙерле дуҫтар! Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә именлектә йәшәргә насип итһен!

Фото: https://vk.com/ufa_barakat

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас в