Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иман
4 Август , 18:00

Ендәр беҙҙең арала

Күптән түгел генә булды был хәл. Ҡаланан ауылға ҡайтырға сыҡҡан кейәү менән һеңлем, ҡустым эҙһеҙ юғалды...

Ендәр беҙҙең арала
Ендәр беҙҙең арала

 

Күптән түгел генә булды был хәл. Ҡаланан ауылға ҡайтырға сыҡҡан кейәү менән һеңлем, ҡустым эҙһеҙ юғалды. Әлбиттә, күңелде шөбһә алды, бер аҙҙан полицияға мөрәжәғәт иттек. Әммә тегеләр икенсе көн төшкә ҡарай пәйҙә булды. Йонсоғандары йөҙҙәренә яҙылған ине.

Баҡһаң, тура сығабыҙ тип яңылыш юлдан киткәндәр һәм аҙашып йөрөгәндәр икән. “Навигаторға ышанып киткәйнек, беҙ барған юл бер аҙҙан күренер-күренмәҫ кенә булып ҡалды. Телефон бәйләнеше лә өҙөлдө. Тиҙҙән ике тау араһында ағып ятҡан йылға буйына барып сыҡтыҡ. Уны кисеп сығабыҙ тип машинабыҙҙы ҡомға ултырттыҡ”, - тип һөйләне һеңлем үҙҙәре кисергән мажара тураһында. Йәйгесә еңел генә кейенгән йәштәр кисләтә өшөй башлай, үҙҙәре менән тәғәм ризыҡ алмағас, асыға. Әммә был мажараның башы ғына булған икән…

Тиҙҙән ҡараңғы ла төшә. “Шул ваҡыт яҡында ғына әллә ниндәй тауыштар ишетелә башланы. Иң тәүҙә беҙ кешеләр йөрөйҙөр тип ҡыуанып шул яҡҡа атлай биреп тә ҡуйҙыҡ. Әммә тауыш ҡуйы урман араһынан сыға – кемдәрҙер ихахайлап көлөп ебәрә, берәү илай, икенселәр әрләшә… Ә беҙ килгән юл буйында, исмаһам, бер ауыл, хатта кеше осрамағайны. Шуға күрә ҡотобоҙ осоп кире машина эсенә инеп ултырҙыҡ та, белгән генә доғаларыбыҙҙы уҡый башланыҡ…” – ти был хәл тураһында йәштәр. Таң менән һунарға тип сыҡҡан һунарсы осрамаһа һәм уларҙы ауылға тиклем оҙатып ҡуймаһа, был ваҡиға нисек тамамланыр ине, билдәһеҙ.

Был ваҡиға олатайымдың әсәһе – йөҙйәшәр Хәҙисә өләсәйемдең бәйән иткәндәрен хәтеремә төшөрҙө. Ул сабый ғына саҡта була был хәл. Бер мәл ауыл урамына ендәр туйы килеп инә: ҡайһылары арбала ултырып бара, икенселәре малдарын ҡыуа, шар ҙа шор килгән тауыштары яңырап тора. Үҙҙәре үтә күренмәле тиерлек. Был хәлгә шаһит булған яҡындары өләсәйемде алып өйгә инеп бикләнгән һәм доға уҡый башлаған. Баҡһаң, ендәр юлдарына осраған кешеләрҙе лә үҙҙәре менән алып китеү һәләтенә эйә. Хәҙисә өләсәйем ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай, тегеләрҙе йәшенә-боҫа тәҙрә аша ҡарап ҡалыуы тураһында һөйләгәйне.

Киләһе ваҡиғаны иһә инәйем һөйләне. Йәшлегендә бер кистә әхирәтен күрергә тип сығып киткән. Урамдан китеп барғанында төҙөлә башлаған йорт һәм уға терәлгән ҡойма араһында быҙау ҡыҫылып торғанын шәйләгән. Эй, йәлләткес итеп баҡыра икән үҙе. Быны ысҡындырып ебәрергә ҡарар иткән. Әммә яҡынлашыуы менән теге юҡҡа сыҡҡан да ҡуйған. ”Күҙгә генә салынғандыр. Кисен нимә күрмәҫһең”, – тип үҙ-үҙен тынысландырған да артабан юл тотҡан. Әхирәтенең өйө эргәһенә барып етһә, ихатала сеңләп-сеңләп тегенең һеңлеһе илап ултыра икән. Йөҙөн ҡулдары менән ҡаплаған. “Рәшиҙә, ниңә илайһың, нимә булды?” – тип һораһам, был да ҡапыл юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Аяҡтарым ҡалтыранып китте, ҡурҡышымдан өйгә йүгереп индем. Тегеләр иһә күмәкләшеп һин дә мин киске сәй эсергә йөрөй, Рәшиҙә лә яндарында. Хәлде һөйләп биргәс, күмәкләп кире оҙатып ҡуйҙылар. Яңғыҙ ҡайтырға ҡурҡа инем”, – тип һөйләгәйне ул.

Эйе, ошо һәм башҡа ваҡиғалар ендәр донъяһының да бар икәнлегенә ышандырып ҡуя. Уларҙы дин дә инҡар итмәй. Баҡһаң, был заттар кешеләрҙе күреү һәләтенә эйә, ә беҙ уларҙы күрмәйбеҙ. Ҡиәмәт көнөндә тап киреһе буласаҡ икән.

Ендәрҙән нисек һаҡланырға һуң? Төндә ен баҫмаһын өсөн йоҡлар алдынан “Аятел көрси”не уҡырға кәңәш ителә. “Йортта “Аятел Көрси” булһа, унда Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте инер”, — тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт тә (с.ғ.с) үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Ҡөрьәндең иң һуңғы “Ихлас”, “Фәләҡ” һәм “Нәс” сүрәләрен уҡыу ҙа ҡара көстәрҙән һаҡлаясаҡ. Әлбиттә, һәр эште “Бисмиллаһ” менән башлау зарур.

Ә һеҙҙең ошондай мөғжизәле күренештәргә осрағанығыҙ булдымы?

И. АМАНОВ.

Фото: 4stor.ru

Автор:Рәшит Зәйнуллин 
Читайте нас в