Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иман
5 Август , 12:48

Хикмәттәр

proza.ru
Фото:proza.ru

Ваҡытында ҡотолорға кәрәк

 

Олатай менән ейәне түтәл­дәрҙәге ҡый үләндәрен утап йөрөй икән.

– Бер ни ҙә аңламайым... – тип бошонҡо тауыш менән әйтеп ҡуйған малай. – Беҙ сәскән, көн дә һыу ҡойған үҫентеләр һаман йүнләп үҫеп китә алмай. Ә бер ниндәй иғтибар булмаған ҡый үләндәре бөтә ерҙе баҫып бара...

Олатай йылмайып ҡуйған:

– Тормошта ла шулай, улым. Әҙәм балаһы өсөн әһәмиәтле, ҡиммәт булған һәр нәмә унан күп хәстәрлек, иғтибар, көс талап итә. Ә кәрәкһеҙҙәр үҙҙәре үк “йәбешергә” әҙер. Тормошто боҙмаһындар өсөн уларҙы ваҡытында “йолҡоп” ташларға кәрәк.

Ҡыҙ бала яратыуығыҙҙы тойһон

 

Исламда ҡыҙҙарға бәләкәйҙән өй тәрбиәһе бирергә, хеҙмәткә өйрәтергә ҡушыла. Шул уҡ ваҡытта уларҙы, дини китаптарҙа әйтел­гәнсә, “бик шәп”, “яҡшы эшлә­гәнһең”, “тағы ла тырышың­ҡыраһаң...” кеүек һүҙҙәр менән маҡтау дөрөҫ түгел.

Бындай хуплауҙан һуң ҡыҙ баланың холҡо малайҙыҡына тартым була башлай. Маҡталыр өсөн ул фәҡәт уңышҡа өлгәшеүҙе маҡсат итеп ҡуясаҡ. Ә был ҡыҙ кешегә кәрәкме? Асылынан тайпылған әҙәм балаһы бәхетле буламы? Мәғлүм ки, дөрөҫ тәрбиә алмаған ҡыҙҙар­ҙың күбеһе артабан тик хеҙмәт ҡаҙаныштарына, карьераға ынтыл­ған кешегә әүерелә. Шуларҙан башҡа бер нәмә лә күрмәй. Ваҡыт үтеү менән ундайҙар дөрөҫ юлдан бармағанын, яңылышҡанын, бәлә­кәй­ҙән һөйөүгә мохтажлығын аңлай.

Ҡыҙ кеше өсөн иң мөһиме – үҙен яратыуҙарын тойоу. Шуға ла уға наҙлы һүҙҙәрҙе йәлләмәҫкә кәрәк. Дини китаптарҙа ҡушылғанса, “һин – минең хазинам, Аллаһ биргән оло бүләкһең”, “тормошомдо биҙәүсе, йәмләүсеһең”, “мин һине шул ҡәҙәр яратам” тип әйтеп тороу ҡыҙсыҡтарҙың күңелен үҫтерер, уларға үҙен яратылған, кәрәкле кеше итеп тойоуға булышлыҡ ҡылыр. Һөйөү мөхитендә буй еткер­гән гүзәл зат ошондай тәрбиәне үҙ ғаиләһендә лә дауам итер.

Мәғлүм ки, атайҙарҙың күбеһе тип әйтерлек ҡатынының ул тапҡанын көтә. Өмөттәре аҡлан­маһа, бәғзеләр ҡыҙын малай кеүек итеп тәрбиәләй башлай. Был – Аллаһтың биргәне менән риза булмау, баланың үҫешен тотҡар­лау, уны төп асылынан тайпылдырыу, яҙмышын боҙоу. “Әҙәм балаһының күңелендә иман ни тиклем ныҡ, ул шул тиклем үк ҡатын-ҡыҙға һөйөү, хөрмәт менән ҡарай”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Пәйғәм­бәребеҙҙең “Ҡыҙҙар бөтә йөрәге менән яҡындары өсөн һыҙлана, улар – ярҙамсы һәм бәрәкәт килтереүсе” тигән һүҙҙәрен дә онотмау зарур.

 

Үҙеңде генә уйлаһаң...

 

Бер остаздан һорағандар:

– Гел бошоноп, кәйефһеҙ йөрөүҙең асылы ниҙә икән?

– Үҙеңде генә уйлауҙа.

Айырма ниҙә?

– Оҡшатыу менән яратыу нисек айырыла?

– Әгәр сәскә оҡшай икән, кеше уны өҙөп ала. Ә инде яратһа, көн дә хәстәрләй, һыу һибә.

Ниәтең ниндәй – юлың шундай

 

Күктән ике ҡар бөртөгө төшөп килә, ти. Юл оҙон булғанлыҡтан, етәкләшергә, һөйләшеп барырға ниәт иткәндәр.

– Бергә осоу ҡайһылай күңелле, эйеме? – тигән беренсеһе.

– Беҙ осмайбыҙ, ә ҡолап төшөп барабыҙ, – тип яуаплаған икенсеһе.

– Тиҙҙән ергә төшөп, күмәкләшеп ап-аҡ юрғанға әүерелербеҙ...

– Ергә төшһәк, юҡ булабыҙ. Һәр кем тапап үтеп китәсәк.

– Көндәр йылынһа, бергәләп сылтырап ағырбыҙ, ҙур йылғаға, унан диңгеҙгә юлланырбыҙ...

– Яҙ етеү менән ер йөҙөнән юҡҡа сығырбыҙ...

Бәхәс ялҡытҡас, ҡар бөртөктәре бер-береһенән айырылып, һәр береһе үҙ юлынан киткән. Һайлаған, ниәт иткән юлынан...

Читайте нас в