Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иман
5 Август , 17:00

Таныш булмаған урында ятып йоҡлаған һәм зәғиф ҡала яҙған...

“Эңерҙә йоҡламағыҙ, таныш түгел урынға “бисмилла”һыҙ ултырмағыҙ”, - ти торғайны олатайым менән өләсәйем. Уларҙың әйткәнен бары хөрәфәт кеүек кенә ҡабул итә инек. Баҡһаң...

Таныш булмаған урында ятып йоҡлаған һәм зәғиф ҡала яҙған...
Таныш булмаған урында ятып йоҡлаған һәм зәғиф ҡала яҙған...

“Эңерҙә йоҡламағыҙ, урамға сыҡмағыҙ, таныш түгел урынға “бисмилла”һыҙ ултырмағыҙ”, - ти торғайны олатайым менән өләсәйем. Уларҙың әйткәнен бары хөрәфәт кеүек кенә ҡабул итә инек. Баҡһаң, бының етди сәбәптәре лә булған икән.

Түбәндәге хәл Бөрйән районында йөҙйәшәр Хәҙисә өләсәйем менән була. Бер мәл ул Ағиҙел буйына муйыл йыйырға юлланған. Байтаҡ ҡына йөрөп арығас, сиҙәм өҫтәнә хәл йыйырға ятҡан. Быны серемгә тарта башлаған. Шул ваҡыт, йоҡо аралаш үҙен ниндәйҙер тауыштың өҫтөнән төшөргә өгөтләгәнен ишеткән. Әммә йыбанған, арыуы ла үҙенекен иткәндер инде. Уянһа, ни күрһен, йөҙө бер яҡҡа салышайған, һөйләшергә теле әйләнмәй икән. Илай-илай ҡайтып киткән был. Туғандары уны шунда уҡ тирә-яҡта даны таралған Ильяс муллаға алып киткән. Дауаланыр өсөн уға алыҫ тарафтарҙан да килер булғандар. Әле лә зыярат ҡылырға ҡәберенә киләләр икән. Яман уйлыларға ел-дауыл, йылан кеүек ҡурҡыныс кирәмәттәр күрһәтеп, ҡайтарып ебәрә тип тә һөйләйҙәр.

Мулла өләсәйемде күреп ҡалыу менән: “Эй, балам, нишләп әйткәнде тыңламаның, һиңә “өҫтөмдән тор” тип әйткәндәр бит. Ҡәбер өҫтәнә ятҡанһың. Бынан ары “бисмилла”һыҙ, хатта, ултырыр булма”, – тип өшкөрөп, яңағын яулыҡ менән бәйләп ҡайтарып ебәргән. Ошонан һуң өләсәйем бер нисә көндән һин дә мин шәбәйеп киткән.

Шуға ла диндә көнөнә бер нисә тапҡыр тәһәрәт алыу кәңәш ителә. Ни өсөн? Мәҫәлән, аяҡтар талған, тибеҙ. Күп йөрөгәнгә генә талғанмы, әллә башҡа сәбәптәре лә бармы? Ниндәй генә урындарҙан үтмәйбеҙ һәм кемдәр генә йөрөмәгән юлдарҙан йөрөмәйбеҙ бит! Зәхмәт эләккән, тибеҙ, бында ла шул кире энергия тураһында һүҙ бара. Мәҫәлән, тип-тигеҙ юлда ла кешенең ҡолап киткәнен күргәнебеҙ бар.

Шуға ла өлкәндәр йоҡлар алдынан тәһәрәт алмаған хәлдә лә, бик булмаһа, аяҡтарыбыҙҙы һыу менән сайып ятырға кәңәш итә ине. Баҡһаң, ошолай уларҙан көн дауамында йыйылған кире энергия йыуып төшөрөлә икән. Ә һеҙ бындай кәңәштәргә ышанаһығыҙмы?

Авторы - И.АМАНОВ.

Фото: 99px.ru

Автор:Рәшит Зәйнуллин 
Читайте нас в